Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
23 Сентябрь 2023, 15:00

Үрмәксе үҙ тиреһенә үҙе һыймай!

Эйе, тап шулай. Үҫә барған һайын үрмәксе үҙ тиреһен алыштыра бара. Алла Тәғәләһе нишләптер уны шулай яратҡан: тән үҫә, ә тире үҫмәй.

Үрмәксе үҙ тиреһенә  үҙе һыймай!
Үрмәксе үҙ тиреһенә үҙе һыймай!

Ә үҫешкән тәнгә яңы “размерлы” тире үҫешә. Һәм үрмәксе иҫке “тунды” ташлап китә. Уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле инде. Фотола асыҡ күренә. Үрмәксе нисектер арҡа тирәһенән һығылып килеп сыҡҡан. Тәүҙә нисектер кәүҙәһен, ә аҙаҡ аяҡтарын тартып алған. Ә аяҡтары уның дүрт пар. Йәғни, үрмәкселә һигеҙ аяҡ. Ә муйын юҡ. Баш менән арҡа бергә тоташҡан. Нәҙек кенә биле бар.  Бына хәҙер үрмәксенең йүгерә алмай маташыуы аңлашыла. Беренсенән, иҫке “кейемдән” сығыу өсөн үрмәксегә барлыҡ көсөн һалырға тура килә. Арманһыҙ булып килеп сыға ул. Икенсенән, яңы тирегә бер аҙ ҡатып, бер аҙ нығынып алыу кәрәк. Шуға ҡапыл-ғара атлай алмай этләнгән икән “ҡараҡай”.

 

(Дауамы - гәзиттең 38-се һанында).

Үрмәксе үҙ тиреһенә  үҙе һыймай!
Үрмәксе үҙ тиреһенә үҙе һыймай!
Автор:Әғләм Шәрипов.
Читайте нас: