Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
11 Август 2023, 16:00

Бөрйәндә айыуҙар стоматологы йәшәй...

Байназарҙан Ильяс ағай Муллағолов шулай буш ваҡыттарында айыуҙарҙы “дауалай” икән. Ана, күрәгеҙме, хас та стоматология кабинетындағы һымаҡ итеп тороп айыуға теш ҡуя. Хәйер, хәҙер ней айыу-бүре ауыл тирәһендә, хатта эсендә йөрөй бит инде. Шуға клиенттарға ҡытлыҡ юҡ, тей...

Ғөмүмән, киң талант эйәһе ул Бөрйән уҙаманы. Оҫта рәссам да, ағас эшен дә ҡойоп ҡуйған һымаҡ итеп башҡарып ҡуя. Бына тигән ғаилә башлығы үҙе.  Әйткәндәй, теш ҡуйған айыуҙарын урманға кире ебәрмәй, үҙенең ихата тирәһендә тота, кешеләргә тарата... Теләгегеҙ булһа, оҫтаға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: