Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
7 Июнь 2023, 16:10

Ямғырҙы ғына түгел, йәшенде лә һағынаһың икән ул...

...Йәшен яҡынлашыу менән беҙҙе урындыҡҡа теҙеп һала. Аяҡтарҙы тарбайтып, ҡулдарҙы киреп ятырға ҡуша, сөнки шайтандар йәшендән ҡасып, аяҡ араһына, йә ҡултыҡ аҫтына инә икән. Йәшен шайтандарҙы атам тип, һине атыуы ихтимал, ә аяҡ, ҡулдар тарбайып ятҡас, шайтандар йәшенә алмайҙар икән. Тулыраҡ – артабан.

Ямғырҙы ғына түгел, йәшенде лә һағынаһың икән ул...
Ямғырҙы ғына түгел, йәшенде лә һағынаһың икән ул...

Фәрзәт ағай Ҡаһармановтың йәшен хаҡындағы яҙмаһы бала саҡты иҫкә төшөрҙө. Йәшендән бына нсиек һаҡлана инек беҙ...

Быйыл ямғырҙы ғына түгел, йәшенде лә һағындырған икән. Бигерәк тә төндә йәшен матур күренә.
Фәниә апайым йәшендән ныҡ ҡурҡа торғайны. Бесән мәлендә Фәниә апайымды (уға 9 - 10 йәш самаһы булғандыр) үҙенән бәләкәй 5 баланы ҡарарға ҡалдыралар ине. Алыҫта күк күкрәй башлаһа, беҙҙе йәшенде ҡаршы алырға әҙерләй башлай. Барлыҡ, ялтыр ғына түгел, хатта аҡ әйберҙәрҙелә ҡаплата. Иң тәүҙә әлбиттә көҙгөнө ябып ҡуябыҙ, унан ялтыр карауат баштарын, самауырҙы, бысаҡ һәм ҡалаҡтар һике эсенә йәшерелә, унан китә рамдағы фотолар, хатта әлүмин батмус та көпләнеп ҡуйыла. Йәшен яҡынлашыу менән беҙҙе урындыҡҡа теҙеп һала. Аяҡтарҙы тарбайтып, ҡулдарҙы киреп ятырға ҡуша, сөнки шайтандар йәшендән ҡасып, аяҡ араһына, йә ҡултыҡ аҫтына инә икән. Йәшен шайтандарҙы атам тип һине атыуы ихтимал, ә аяҡ, ҡулдар тарбайып ятҡас, шайтандар йәшенә алмайҙар икән.
6-сы класты тамамлағас, сират буйынса ауыл малдарын көтөп йөрөйем. Ҡапыл ғына ҡойоп, йәшенле ямғыр яуа башланы. Ишеткәнем бар ине - йәшен мәлендә ҙур ағастар аҫтында торорға ярамағанын, яҡындағы бешәләр араһына боҫтом. Йәшен көсәйгәндән - кәсәйә, "Бисмилламды" бер туҡтауһыҙ ҡабатлап, йәшендең тиҙерәк үтеүен теләп ултырам. Ҡапыл минән 3 метр аралыҡтағы ҡайынды йәшен атты. Йәшен ҡарағай ағасының ҡабығын сыйып килеп, ер аҫтына инеп китһә, ә ҡайынды сәсрәтә атты, ҡайын сарсылып, осо һынып килеп төштө. Икенсегә, тағыла янымда ғына, ергә атты, ерҙә алһыу шар шартлаған кеүек күренде. Өсөнсеһендә мине атыр инде, тип ҡалтырап ултырғанда, йәшен ҡырҙараҡ нимәгәлер атты (тау башы ине). Йәшен алыҫлашыу менән, младарҙы ҡарау ҡайғыһы юҡ, ауылға ҡарай һыпырттым.

Фәрзәт Ҡаһарманов.

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: