Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
30 Май 2023, 15:45

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек була?

  Эҫе... Әлһерәтә. Өфөлә ямғыр яуған, ә беҙҙә юҡ. Ә алдағы өс көндә һауа торошо нисек булыр? Тулыраҡ – артабан.

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек була?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек була?

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32 градус.

Яҙҙың һуңғы көнөндә, 31 майҙа, нигеҙҙә, йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, урыны менән +10. Көндөҙ +27, +32.

1 июндә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, урыны менән +10. Көндөҙ +27, +32 градус.

Ул тиклем эҫетмәһә, яҡшыраҡ булыр ине лә бит...

 

Автор:Т. Баһауетдинова тәржемә менән
Читайте нас: