Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
29 Май 2023, 15:15

Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...

Ә айыу аҡыллыраҡмы, һағыраҡмы икән - ситләберәк үткән... Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...

 “Шүлгән-Таш” дәүләт ҡурсаулығының дәүләт инспекторы, солоҡсоһо Сабит Ғәлин үҙенең обходында фотоаулағыс урынлаштырған. Уның тоҙ һипкән урыны иң башта мышыларҙы үҙенә йәлеп иткән. Һуңғараҡ уларға ҡыр кәзәләре – илектәр ҙә ҡушылған. Сабит ағай әйтеүенсә, илектәрҙең дә юлдашы пәйҙа булған - тоҙ һибелгән ерҙән алыҫ булмаған урында айыу эҙҙәре асыҡланған.

-Минең унда айыу ҙа бар. Әлегә урман хужаһының үҙен осратманым, ул фототоҙаҡҡа ла эләкмәне, ләкин тоҙ һибелгән ерҙән 70-100 метр ерҙә айыуҙың яңы ғына эҙҙәре бар ине, - ти Сабит Сәғит улы.

Сабит ағай Ҡолонүлгән тигән урында ла айыу эҙҙәрен, Буйлау тигән ерҙә бүре эҙҙәрен фотоға төшөрөп алған.

Шулай итеп, шөкөр, урмандағы беҙҙең күҙгә эләкмәгән тормош ҡайнап тора. Сабит Сәғит улына уңышлы фотоһунар теләйек. Беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәре менән ҡыуандырып торһон!


(.
С любовью, Шульган-Таш! төркөмөндәге фотолар һәм материал тәржемә менән файҙаланылды).

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

 

 

Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Илек тә, мышы ла эләккән был тоҙаҡҡа...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: