Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
22 Май 2023, 08:30

22-24 майҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар алдағы өс көнгә күҙаллауҙар бирҙе. Ҡыуанырғамы, көйәләнергәме?

Бөгөн, 22 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы плюс 22-27 градус күҙаллана. Ел арытҡ көслө түгел.

23 һәм 24 майҙа ла яуым-төшөм вәғәҙәләмәйҙәр. Көндөҙ көслө генә ел була – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен онотмайыҡ. Һауа температаураһы плюс 23-28 градус булыр тип фаразлайҙар.

Яуым-төшөм көтөлмәгәнгә әҙерәк көйәләнһәк тә, яҡшыға ғына өмөт итәйек.

Бөгөн һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Сығарылыш кластары уҡыусыларына аҡ юл, имен тормош, барлыҡ маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйек!

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-22/v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-budet-po-letnemu-teplo-3266747

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: