Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
24 Апрель 2023, 09:00

Көндәр йылыта!

Нисә градусҡа тиклем етәсәк? Ямғырҙар көтөләме?

Көндәр йылыта!
Көндәр йылыта!

Алдағы көндәрҙә республикала йәйге һымаҡ йылы көндәр көтөлә. Бөгөн һауа темпуратураһы көндөҙ плюс 17-22 градус күҙаллана.

Иртәгә, 25 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ плюс 18-23 градус буласаҡ.

Шаршамбы, 26 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы ихтимал. Төндә плюс 7-12, көндөҙ плюс 17-22 градус көтөлә.

Шулай итеп, көткән йылы көндәр килде.

Таңдарыбыҙ имен атһын, яҙ тик шатлыҡтар ғына алып килһен.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-24/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-budet-po-letnemu-teplo-3231146

Автор:Т. Баһауетдинова (тәржемә)
Читайте нас: