Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
18 Апрель 2023, 11:35

Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән

Бөгөн – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө. Ә Бөрйәндә тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи урындар бихисап. Беҙҙә һәр таш, һәр уба тарих һөйләй... Был мөһим датаны “Шүлгән-Таш” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре тарихи урындарҙы тәртипкә килтереп, экологик өмәләр ойоштороп ҡаршы алды. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән

Улар Йылҡысыҡҡан күле һәм Сумған мәмерйәһе тирәһен йыйыштырған. Былтыр көҙ туристар ҡалдырып киткән сүп-сарҙы йыйып алғандар.

-Урында йәшәүселәр – ҡондоҙҙар ҙа беҙгә эш өҫтәгән. Плотина төҙөү өсөн был “төҙөүселәр” ағастарҙы кимергәндәр, ләкин эштәрен тамамламағандар. Төбө кимерелеп, ҡоларға ултырған байтаҡ ҡайындар ошо тирәлә йөрөүсе туристар өсөн хәүеф сығанағы булып тора. Йыйып алынып, түмәрҙәргә бысылған ағастар учреждение ихтыяжы өсөн файҙаланыласаҡ.

Ҡанатлы Аҡбуҙат та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уның тирәһен ҡыҙҙар тәртипкә килтерҙе. Йылҡысыҡҡан күле, Сумған мәмерйәһе һәм Аҡбуҙат һәйкәле тирәләре таҙа, матур булып ҡалды.

Иҫ китмәле тәмле яҙғы һауаны һулап, уянып ҡына килеүсе тәбиғәтте күҙәтергә беҙгә килегеҙ. Беҙҙә тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә матур! – тип яҙалар учреждение төркөмөндә.

Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Йылҡысыҡҡан тирәһе тәртипкә килтерелгән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: