Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
13 Апрель 2023, 11:05

Тайыштабан биләмә биләй

“Башҡортостан” милли паркының фотоаулағысына тайыштабандың яҙғы бейеүе эләккән. Ҡыш буйы ҡар аҫтында ятып, арҡаһы талған айыу рәхәтләнеп ағасҡа ышҡына. Тулыраҡ – артабан.

Тайыштабан биләмә биләй
Тайыштабан биләмә биләй

Яҡшыраҡ тырнаныр өсөн, тайыштабан артҡы аяҡтарына баҫа һәм ағас олонона бөтә тәне менән һыйынып, төрлө хәрәкәттәр яһай башлай. Шул рәүешле хайуан, ағас ҡабығына еҫен ҡалдырып, үҙенең биләмәһен билдәләй. Был башҡа урман тереклегенә был урындың инде буш булмауын, уның хужаһы барлығын һәм хужаның ошо тирәлә икәнлеген аңлатыу сигналы.

Йәнә айыуҙар ошо рәүешле, төрлө бөжәктәрҙән, талпан-беттәрҙән һаҡланыу өсөн, йөндәрен сайырлап ала.

Ағастағы сыйылған урындарға ҡарап, айыуҙың йәшен һәм ҙурлығын билдәләргә мөмкин икән.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, милли паркта даими рәүештә 60-70 айыу йәшәй. Ә ҡышларға был тынысыраҡ биләмәгә яҡын-тирәнән дә айыуҙар килә икән. Уянғас, ҡағиҙә булараҡ, үҙ биләмәләренә юлланалар.

(“Башҡортостан” милли паркы төркөмөнән мәғлүмәттәр файҙаланылды).

Тәржемә менән Т. Баһауетдинова әҙерләне.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: