Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
12 Апрель 2023, 16:10

Алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәреүе көтөлә

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә. Синоптиктар нимә вәғәҙәләй һуң?

Алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәреүе көтөлә
Алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәреүе көтөлә

Синоптиктар көндәрҙең һалҡынаясағын хәбәр итә.

Кесаҙна, 13 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 , көндөҙ +14, +19 градус.

Йома, 14 апрелдә, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ өлөшөндә — ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +1, +6 градус.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-12/alda-y-k-nd-r-respublikala-k-nd-r-e-apyl-yuytyuy-k-t-l-3216867

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: