Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
6 Апрель 2023, 08:55

Ҡыр ҡоштарына һунар миҙгеле асыла

8 апрелдә республикала һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыла. Тулыраҡ – артабан.

Ҡыр ҡоштарына һунар миҙгеле асыла
Ҡыр ҡоштарына һунар миҙгеле асыла

 «Һунар миҙгелен башлау һәм тамамлау ваҡыты һәр зона, шулай уҡ ҡоштарҙың төрҙәре өсөн айырым билдәләнгән, — тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. — Яҙғы һунар осоронда инә өйрәк, һуйыр, ҡор, сел, ҡашҡабаш, һаҙ тауығы, ағуна, ҡурпысыҡ ауларға ярамай. Бының өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы бар».

Министр граждандарҙы урмандарҙа һәм ауыл хужалығы биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген үтәргә саҡырҙы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-05/8-apreld-bash-ortostanda-yu-m-urman-oshtaryna-unar-mi-gele-asyla-3205637

 

 

Автор:
Читайте нас: