Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
5 Апрель 2023, 17:20

Бына һиңә, мә – ер упһынсәле!

Бөгөн “Финляндияла” ғәҙәти булмаған күренеш булған...

Бына һиңә, мә – ер упһынсәле!
Бына һиңә, мә – ер упһынсәле!

 

- Төшкә ҡарай ниндәйҙер гөрһөлдәгән тауыш ишетелгәндәй булды тышта. Аптырап киттем. Бер аҙҙан урамға сығып ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, йәшәгән өйҙән 5-6 метр өҫтәрәк соҡор барлыҡҡа килгән. Яҡындан барып ҡараһам – 2 метрға 3 метр диаметрында 5 метр тәрәнлектәге соҡор пәйҙә булған да ҡуйған. Шау балсыҡлы ер ҡайҙа төшп китеп юҡ булғандыр, шуртым белһен. Баҡса ҡапҡаһы бағаналары менән эленеп тороп ҡалған былай, һайғауына эләгеп, - ти, Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Азамат Бәҙәмшин.

Булат Тимерғәлиев барып күреп ҡайтты был хәлде.

Бына һиңә, мә – ер упһынсәле!
Бына һиңә, мә – ер упһынсәле!
Автор:Б. Тимерғәлиев
Читайте нас: