Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
4 Апрель 2023, 09:55

Васьканың тормошонда ҙур үҙгәреш булған

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында маралдарға бәйле яңылыҡ теркәлгән – музейға елле экспонат өҫтәлгән.

Васьканың тормошонда ҙур үҙгәреш булған
Васьканың тормошонда ҙур үҙгәреш булған

Үткән ял көндәрендә ҡурсаулыҡта гарем хужаһы Васька исемле ата марал мөгөҙҙәрен ташлаған.

Яҙғыһын барлыҡ ата маралдар ҙа, яңыһы үҫеүгә ҡамасауламаһын өсөн, мөгөҙҙәрен ташлайҙар.

Боландарҙың кейәү-кәләш булыр мәлдәре етеүгә ата маралдарҙың башында тағы елле ҡоралдары үҫеп сығасаҡ. Ҡорал, тибеҙ, сөнки инә марал өсөн алышта ата маралдарҙың төп ҡоралы ошо мөгөҙҙәре лә инде.

Ә Васьканың ташланған мөгөҙө ҡурсаулыҡтың тәбиғәт музейына экспонат булып барып ятасаҡ.

(Мәғлүмәт Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы төркөмөнән тәржемә менән алынды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: