Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
3 Апрель 2023, 10:25

Ярангөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын, тиһәгеҙ...

Ярангөлдәрҙе яратаһығыҙмы, дуҫтар? Улар оҙаҡ ваҡыт шау сәскәгә күмелеп ултырһын, япраҡтары ла йәшел генә булһын өсөн ябай ғына бер ысул тәҡдим итәбеҙ.

Ярангөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын, тиһәгеҙ...
Ярангөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын, тиһәгеҙ...

Эйе, матур итеп ҡараһаң, йыл әйләнәһенә шау сәскәгә күмелеп ултыра торған әрһеҙ гөл инде ул ярангөл.

Бына ул ысул: 1 литр һыуға 3 тамсы йод, 3 тамсы водород перекисы тамыҙып, яҡшылап болғатырға һәм ярангөлдәргә һибергә кәрәк.

Үҙегеҙ ҙә аңғармай ҡалырһығыҙ, гөлдәрегеҙ йәп-йәшел япраҡлы булып, шау сәскәгә күмелеп ҡыуандырыр.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: