Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
15 Март 2023, 14:45

Бөрйән ағинәйе шифалы үлән сәйҙәрен әҙерләү, үләндәрҙе ҡулланыу серҙәре менән уртаҡлаша

Үҙебеҙҙә үҫкән хуш еҫле үләндәр ярҙамында көнөнә бер тапҡыр булһа ла, өйҙө ыҫлап алыу сараһын күрергә өйрәнер кәрәк, ти ағинәй һәм үләндәрҙе йыйыу, әҙерләү, ваҡлау, онтау ысулдары хаҡында бәйән итә.

Бөрйән ағинәйе шифалы үлән сәйҙәрен әҙерләү, үләндәрҙе ҡулланыу серҙәре менән уртаҡлаша
Бөрйән ағинәйе шифалы үлән сәйҙәрен әҙерләү, үләндәрҙе ҡулланыу серҙәре менән уртаҡлаша

Хәҙер һатыуҙа сәйҙәрҙең ниндәй генә ҡаптары юҡ та, ул ҡаптарҙың эсендә нимә генә юҡ!Уларҙы эсмәгәнең хәйерле, тигән ҡараштамын үҙем. Йәштән үлән сәйҙәре әҙерләүгә әүәҫ булдым, һәм шуларҙы термоста бешереп ҡулланам. Миндә сәй эскәндәр уларҙың тәмен ыңғай баһалай, серҙәрен һораша. Шуны күҙәтә киләм: күптәр йәй көндәре тәбиғәттә булғанда, үҙҙәренең дә шифалы үләндәр йыйып киптереп тә, ҡыш етһә, уларҙы ҡулланырға онотоп, киләһе йәйгә ҡый урынына күреп, шул килеш сығарып ташлауҙарын да сер итеп ысҡындырып ҡуя. Бының сәбәбе ниҙә икәненә төшөнөп, ҡайһы бер кәңәштәрем менән уртаҡлашырға булдым.
Урманда гөлләмә, бәйләм рәүешендә йыйған үләндәремде, ғәҙәттә, ҡайтҡас та, шундуҡ оло ҡайсы менән тураҡлап, таҙа сепрәк өҫтөнә йәйеп киптерәм.Кипкәс, этикеткалар йәбештереп, исемдәрен яҙып, быяла банкаларҙа, ҡатырға ҡаптарҙа һаҡлаһаң, шкафта тәртиптә тотоуға ла уңайлы, кәрәк саҡта ала һалып тотоноуға ла ҡул аҫтында әҙер тора улар.

Төрлө үләндәрҙе ҡушып әҙерләүҙе лә бик өнәмәйем, сөнки ҡайһыһынандыр аллергия фәләне булған кеше осрау ихтималы бар.Шуға күрә ҡунаҡ килһә, ул турала һорашып алам, йә иҫкәртәм ниндәй сәй бешереүемде.
Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер үләндәрҙе онтаҡ (порошок) хәлендә әҙерләргә өйрәндем. Мәҫәлән, эсәк буйҙарын таҙартыу ниәтенән, әрем, еҙтөймә, ҡәнәфер, уҫаҡ ҡайырыһынан онтаҡты йоҡлар алдынан йотоп, һыу эсеп ҡуйырға тәҡдим итәләр. Уларҙы әҙерләү өсөн бик уңайлы электр тирмәнем бар. Был онтаҡтарҙы һаҡлауға айырым иғтибар кәрәк. Файҙалы сифаттарын юғалтмаһы өсөн, улар ныҡлы герметик ябылған һауытта булырға тейеш. Онтаҡҡа әйләндергәндә, үлән бик ныҡ кәмей, әҙ генә миҡдарҙа ҡала. Шуға күрә, бәләкәй генә банкалар, ауыҙы йәбештерелә торған пакеттар бик ярап ҡуя.Уларға ла талап шул уҡ: яҙыулы булһындар!
Тағы ла бер тәжрибәм менән уртаҡлашаһым бар. Элекке өйҙәрҙә мейес яғыла ине бит инде.Өйҙә янған тере ут торлаҡ эсен күҙгә күренмәгән ҡара көстәрҙән һаҡлаған, йоҡоноң тыныс булыуын тәьмин иткән.Хәҙер фатирҙарҙа ғына түгел, ауыл өйҙәрендә лә мейестәр юҡҡа сығып бара.Шуға күрә көнөнә бер тапҡыр булһа ла, өйҙө ыҫлап алыу сараһын күрергә өйрәнер кәрәк. Был маҡсаттан баяғы үлән онтаҡтарын ҡулланыу бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Киптерелгән әрем, меңьяпраҡ, еҙтөймә, мәтрүшкә, артыш, уҫаҡ ҡайыры,лавр япраҡтары кеүек хуш еҫлеләрен берәр миҡдарҙа алып, банкала һаҡлайым. Бәләкәй генә ҡалаҡ менән махсус һауытта, бик тә булмаһа, сынаяҡ аҫтына бер буйға һуҙып һалып тоҡандырһаң, яйлап янып бөтә, хуш еҫе өйгә тарала.Кәйефте күтәреп ебәрә әле ул был еҫ! 0,5-0,75 банкаға әҙерләп алһаң, бер - нисә айға етә ошо онтаҡ.Көлөн шундуҡ түкмәйһең, икенсе тапҡыр яндырғанда, онтаҡты шуның өҫтөнә һала бараһың, тын алып яныуға булышлыҡ итә был алым.
Кемдер был маҡсатта һатыуҙа булған таяҡсаларҙы ла (благовоние)ҡулланалыр, әлбиттә.Ләкин тибет медицинаһы буйынса белгес улым мине уларҙы ҡулланыуҙан тыйҙы, сөнки улар тәбиғи үләндәрҙән түгел, төрлө синтетик матдәләрҙән эшләнә икән.Шуға күрә уларҙың еҫе лә бик үткер, күңелгә тейеп бара.Ә үҙ ерлегебеҙҙә үҫкән тәбиғи үҫемлектәр онтағынан әҙерләһәң, үҙеңә нисек оҡшай, шул ҡатнашманы әҙерләй алаһың.Өҫтәүенә улар һиңә бушлай килә!Ә торлаҡты таҙа тотоуҙа ыҫлау алымы бик кәрәкле, әммә онотолған йола ул.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина.

Бөрйән ағинәйе шифалы үлән сәйҙәрен әҙерләү, үләндәрҙе ҡулланыу серҙәре менән уртаҡлаша
Бөрйән ағинәйе шифалы үлән сәйҙәрен әҙерләү, үләндәрҙе ҡулланыу серҙәре менән уртаҡлаша
Автор:
Читайте нас: