Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
9 Март 2023, 15:20

Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе буйынса, быйыл ҡыш ҡыр сусҡалары 50 саҡрымға тиклем радиустан – тирә-яҡтан Күжәгә йыйылған. Оператив төркөмдөң өлкән дәүләт инспекторы Алексей Косарев был турала бына нимәләр яҙа.

Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?
Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?

Әсәйһеҙ ҡалған бәрәстәре лә бар. Улар аслыҡтан һәм бүреләр һөжүменән ҡырылалар. Көтөүҙең бер нисә тиҫтә төркөмгә ойошоп йөрөүе ҡырағай сусҡаларға йыртҡыстарҙан һаҡланыуҙы ла, ашарға табыуҙы ла еңеләйтә төшә.

Хеҙмәткәрҙәр ҡыр сусҡалары төйәк иткән урындарға һоло алып барып, һуҡмаҡ буйҙарына һәм ҡарҙан һаҡланған махсус әүеҫтектәргә һала. Фотоаулағыстарға ҡабан сусҡалары эләккән дә инде. Ҡыр хайуандарына һиҙҙермәй генә ҡуйылған ошондай күҙәтеүҙәр арҡаһында ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көтөүлектәрҙәге иерархик холоҡ-ҡылыҡтарҙы өйрәнә.
Африка тағуны (чумаһы) беҙҙең ҡабан сусҡаларына килеп етмәҫ һәм беҙ ҡурсаулыҡтың сайтына инеүселәрҙе ҡурсаулыҡ тәбиғәтенең ҡыҙыҡлы кадрҙары менән ҡыуандырырбыҙ тип ышанабыҙ.

Алексей Косарев, оператив төркөмдөң өлкән дәүләт инспекторы.

(С любовью, Шульган-Таш! төркөмөнән алынып, тәржемә менән бирелде).


Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?
Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?
Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?
Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?
Ҡабан сусҡалары ни өсөн Күжәгә йыйылған?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: