Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
2 Март 2023, 13:20

Март айына һынамыштар

Мартта томан йыш төшһә, йәй нисек була? Тулыраҡ – сайтта.

Март айына һынамыштар
Март айына һынамыштар


Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Мартта йылы булһа, йәй һалҡын була.

Мартта күк күкрәһә, һалҡындар көтөгөҙ.

Күк күкрәмәйенсә генә йәшен күрһәгеҙ, йәй һалҡын булыр.

Март ямғырлы булһа, бәшмәкле йәйгә ишара.

Мартта һыуыҡ һәм ҡоро булһа – икмәк уңыр.

Мартта боҙбармаҡтар оҙон булһа, яҙ оҙаҡ килер.

Мартта томан йыш төшһә, ямғырлы йәйгә.

Март аҙағында ҡарҙың тиҙ иреүе һәм һыуҙарҙың тиҙ китеүе лә - ямғырлы йәй билдәһе.

Автор:
Читайте нас: