Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
24 Май 2022, 17:10

Бәпембә сәйе, бәпембә кофеһы, бәпембә балы әҙерләнегеҙме?

Әлеге ваҡытта бәпембәләр гөрләп сәскә ата. Ә бәпембә тамырынан әҙерләнгән сәйҙең (кофеның) бик тә шифалы булыуы тураһында белә инегеҙме? Белгестәр уның организмдағы яман шеш күҙәнәктәрен емереп, сәләмәт күҙәнәктәрҙе яман шештән һаҡлау көсө барлығын да иҫбатлаған. Ә бәпембә сәйе лә, кофеһы ла еңел генә әҙерләнә.

Бәпембә сәйе, бәпембә кофеһы, бәпембә балы әҙерләнегеҙме?
Бәпембә сәйе, бәпембә кофеһы, бәпембә балы әҙерләнегеҙме?

Бәпембә сәйе.

Бәпембәнең тамырын таҙартып, киптереп, ваҡлап алғас, уны ваҡыт-ваҡыты менән сәй итеп эсергә була.

Бәпембә тамырынан кофе.

2 йыллыҡ тамырҙарҙы (сәтәкәй бармаҡ йыуанлыҡ була) ҡаҙып алырға һәм йыуырға, унан 1,5-2 сантиметрлыҡ киҫәктәргә турап, табаға һалырға (духовкаға ла мөмкин) һәм асыҡ-көрәнһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға кәрәк. Артабан кофемолкала ваҡлайбыҙ. Ҡәҙимге кофе кеүек бешереп эсергә генә ҡала. Кәзә һөтө лә өҫтәһәгеҙ, шифалы үҙенсәлеге артыр ғына.

Бәпембәнән ҡайнатма.

Бәпембәнән әҙерләнгән ҡайнатма (варенье) бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарынан файҙалы. Уны нисек әҙерләйҙәр, тиһегеҙме?

400 бөртөк бәпембә сәскәһе йыйырға һәм әсеһе бөтһөн өсөн бер тәүлеккә (12 сәғәткә лә мөмкин) һыуға һалып торорға кәрәк.

Ебетелгән һәм йыуылған сәскәләр өҫтөнә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут бешерәбеҙ. Һыуынғас, сәскәләрҙе һөҙөп, һығып алып ташлайбыҙ. Һыуын тығыҙ туҡыма аша һөҙәбеҙ ҙә, 1 кило шәкәр өҫтәп, ҡәҙимге сироп килеп сыҡҡанға тиклем ҡайнатабыҙ. Ҡайнап бөтөүгә 5-7 минут ҡалғас, лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Һәм бәпембә балы әҙер!

Рәхәтләнеп ҡулланығыҙ.

Шифа – аяҡ аҫтыбыҙҙа.

Бәпембә сәйе, бәпембә кофеһы, бәпембә балы әҙерләнегеҙме?
Бәпембә сәйе, бәпембә кофеһы, бәпембә балы әҙерләнегеҙме?
Бәпембә сәйе, бәпембә кофеһы, бәпембә балы әҙерләнегеҙме?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: