Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
19 Май 2022, 16:45

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ЙЫЙҘЫҒЫҘМЫ?

Кәзә һаҡалы (первоцвет весенний, примула) айырыуса ҡоро йүтәл булғанда файҙалы. Май айында сәскә атҡанда йыйырға кәрәк.  Составында сапонин,флавоноидтар, эфир майҙары, кремний, аскорбин кислотаһы, каротин булған был шифалы үлән һейҙек ҡыуыу, тын юлдары, быуын сирҙәренән дә ҡулланыла. Үләндең ҡайһы өлөшө файҙалы һуң? 

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ЙЫЙҘЫҒЫҘМЫ?
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ЙЫЙҘЫҒЫҘМЫ?
1-2 япрағын ашаһағыҙ, организмды бер тәүлеккә етерлек С һәм А витаминдары менән байытаһығыҙ. Авитаминоз булғанда кәзә һаҡалының кипкән япраҡтарынан эшләнгән порошокты ҡулланалар, сәй итеп тә эсәләр.
Ҡоро йүтәл булғанда был үлән айырыуса файҙалы. Эс ҡатҡанда, көслө баш ауыртыуы булғанда ла ҡулланалар. Быуындар һыҙлағанда ауыртыуҙы баҫа.
Грипп, тымау менән силәгәндә, хроник бронхит булғанда тамырын, сәскә-япраҡтарын төнәтеп, көнөнә 3-4 мәртәбә ярты стакан эсергә кәрәк.
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: