Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
12 Май 2022, 16:23

Йәш үләнгә аяҡ баҫтыҡ!

Ер-әсә бүләк иткән йәшеллектә беҙгә кәрәк булған әллә күпме витамин бар. Яҙын йәш үләндәрҙән өс тапҡыр булһа ла аш бешереп ашаһаң, шифаһы йыл буйына етә, тигәнде ишеткән бар. Йәш кесерткән организм өсөн иң файҙалыһы. Аш-һыуыбыҙҙы төрләндереп, түбәндәгесә ҡайнатма һәм ябай ғына турамалар әҙерләп ҡарайыҡ.

Йәш үләнгә аяҡ баҫтыҡ!
Йәш үләнгә аяҡ баҫтыҡ!

Йәшеллеккә аяҡ баҫтыҡ, тимәк йәшәйбеҙ әле! Әсәй-өләсәйҙәрҙең был һүҙҙәрендә тәрән мәғәнә ята. Һуғыш ваҡытында бөтә нәмә фронтҡа, тип аслы-туҡлы көн итеп, тырышып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн яҙын морон төрткән үләндәр ҙур өмөт, йәшәүгә көс уятҡан. Балтырған, һарына, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, хатта кесерткән менән алабута ла күптәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.

Ер-әсә бүләк иткән йәшеллектә беҙгә кәрәк булған әллә күпме витамин бар. Яҙын йәш үләндәрҙән өс тапҡыр булһа ла аш бешереп ашаһаң, шифаһы йыл буйына етә, тигәнде ишеткән бар.

Ыумас ыуып, бәпкә үләненән, кесерткәндән бешерелгән аш, шулай уҡ кесерткәндән, ҡуҙғалаҡтан турама – витаминдарға бик бай яҙғы аҙыҡтарҙың бер нисәүһе генә. Ҡуҙғалаҡ, ирәүәндән тағын бәлештәр бешереп ашау ҙа танһыҡҡа бик килешеп ҡала. 

Йәш үләндәрҙе яҡшылап әҙерләп, ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуйырға була. Йыуып, һыуын ҡоротоп, турап, бер бешерерлек кенә итеп самалап, һауыттарға һалып ҡуйырға мөмкин. Әйткәндәй, буталмаҫҡа һәр ҡапсыҡ тышына яҙып ҡуйырға ла була. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йәй еҫтәре сығарып, аштар бешереп ашауы үҙе ни тора! Үләндәрҙе киптереп тә, тоҙлап та һаҡларға була.

Йәш кесерткән организм өсөн иң файҙалыһы. Аш-һыуыбыҙҙы төрләндереп, түбәндәгесә ҡайнатма һәм ябай ғына турамалар әҙерләп ҡарайыҡ.

Бәпембәнән ҡайнатма

250 грамм бәпембә сәскәһе, 1,5 литр һыу, һәр литр шыйыҡсаға 750 грамм шәкәр, 1 лимондың һуты, 2 әфлисун кәрәк.

Әфлисунды йыуып, ҡабығы менән бергә нәҙек итеп турайбыҙ. Бәпембә сәскәләрен йыуып, таҫтамалда киптерәбеҙ. Ҡайнатма өсөн һары өлөшө генә алына. Кәстрүлгә сәскәләрҙе, әфлисунды һалып һыу ҡоябыҙ һәм бер сәғәт ҡайнатабыҙ. Һөҙөп алғас, күләмен үлсәйбеҙ. 1 литр шыйыҡсаға 750 грамм иҫәбенән шәкәр, лимон һуты өҫтәйбеҙ. Тағы бер сәғәт ҡайнатабыҙ ҙа банкаларға тултырып ҡуябыҙ.

Турамалар

1) 200 грамм ҡуҙғалаҡ, 1 әсе алма, ярты услам йәшел һуған, 3-4 редис, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 150 мл ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, әнис кәрәк.

Алманы эре ҡырғыстан үткәреп, редисты ярымҡулсалап турайбыҙ, үләндәрҙе ваҡлайбыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ һәм иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ ҙә ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ.

2) Бер услам ҡаҡы, 2 бешкән картуф, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

Ҡаҡының таҙартылған һабағын турайбыҙ, бешкән картуфты турайбыҙ. Тоҙ, борос, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ.

(Рецептар Интернет селтәренән алынды).

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: