

Физкультурниктар көнөнә ҡарата
-Минең өсөн спорт - ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Беҙҙең ғаиләлә башҡа һөнәр һайлау мөмкин дә түгел ине. Сөнки ата-әсәйем Мансур һәм Сәғиҙә Ғазиндар үҙ ғүмерҙәрен спортҡа бағышлаған, миндә лә спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятҡан хаҡлы ялдағы физкультура уҡытыусылары.
Мәктәп йылдарында төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштым. Район волейбол командаһы менән зона, республика ярыштарында урындар яулай инек. Ошо еңеүҙәр спортҡа ҡарашымды үҙгәртте, үҙенә йәлеп итте.
Бөгөн үҙем дә йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй алыуым менән бәхетлемен, - ти Гөлнара Мансур ҡыҙы.
Ул етәкләгән ҡыҙҙар волейбол командаһы район, зона, республика ярыштарында йыл да еңеүҙәр яулай. Уның уҡыусылары башҡа төрлө баскетбол, еңел атлетика, лапта кеүек ярыштарҙа ла, Спартакиадаларҙа ла урындар алмай ҡалмай.
Дәрестәрҙән тыш, мәктәптә спорт класын да етәкләй. 1-4 класс уҡыусылары республика конкурстарында ҡатнашып, район-ҡалалар араһында тәүге 10 рәтенә ингән. 10-сы класс уҡыусыһы Нуриман Хәсәнов быйыл республикала физкультура буйынса призер булған. Шулай уҡ Гагарин Кубогына үткәрелгән олимпиаданың республика этабында еңеп, кубокка эйә еңеүсе һәм призерҙары бар.
-Баланы был өлкәгә кесе йәштән ылыҡтырырға кәрәк, шул сағында ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Тик физкультура дәресендә генә шөғөлләнеү аҙ, шуға күрә кем киләсәген сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа арнарға теләй, иренмәгеҙ, көн һайын ябай ғына зарядка яһағыҙ, үҙегеҙҙе һәм тәнегеҙҙе күнектерегеҙ, артабан сәғәттәр буйы шөғөлләнеү үҙегеҙгә ял һәм рәхәтлек кенә бирәсәк, - ти ул.
Гөлнара Мансур ҡыҙының ике улы ла спортты бәләкәйҙән үҙ иткәндәр. Өлкән улы Батыр район волейбол командаһы составында төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша. Бүлмәһендәге тиҫтәләгән миҙал һәм кубоктар уның күп тырышлығы тураһында һөйләй.
Йәш быуынды спортҡа йәлеп итеүгә, сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур өлөш индергән, бихисап спортсылар үҫтереп, спорттың төрлө төрҙәре буйынса әллә күпме еңеүселәр әҙерләгән тырыш, үҙ һөнәренә яуаплы ҡараған уҡытыусы ул Гөлнара Мансур ҡыҙы.