Спорт
23 Июня , 11:05

Бөрйәндәр мах бирмәне

Шишмә районының Евразия күсмә цивилизациялар музейы эргәһендә ике көн дауамында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир уҙҙы. Был ярыштарҙа Бөрйән уҡсылары, әүәлгесә, иң-иңдәр рәтендә булды. Беренсе көн ярышта республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән 70-кә яҡын мәргән үҙ көсөн һынаны.

Бөрйәндәр мах бирмәнеБөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне

20-21 июнь Шишмә районының Евразия күсмә цивилизациялар музейы эргәһендә ике көн дауамында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир уҙҙы. Был ярыштарҙа Бөрйән уҡсылары, әүәлгесә, иң-иңдәр рәтендә булды.

Беренсе көн ярышта республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән 70-кә яҡын мәргән үҙ көсөн һынаны.


Был ярыштан Бөрйән уҡсылары ла ситтә ҡалманы, «Ханская охота» тип аталған турнирҙа Ырыҫҡолов Азамат менән Ишкилдина Наилә ҡатнаштылар.

 

«Турахан» дың мавзолейын уратып 24 3Д сәптәр ҡуйылған ине. Икешәр уҡ менән сәптәрҙе үтеп сыҡҡандан һуң, ярым финалдар, финалдар үтте. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле генә барҙы, һәр береһе үҙенең оҫталығын, мәргәнлеген күрһәтергә тырышты. Һөҙөмтәгә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан:

Ишкилдина Нәйлә 1-се урын яуланы (Бөрйән районы).

 

Шул уҡ көндө ошо территорияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән уҡсылар Ҡырғыҙстанда үтәсәк Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу этабында көс һынаштылар. Әйтеп үткәндә, кемдәр 1-се этап Ҡалмыҡстанда, 2-се - Калугала, 3-сө - Иркутск өлкәһендә ҡатнашып, призлы урын яулған 36 уҡсы финал этабын үтергә Башҡортостанға килделәр. Шуларҙың 11-е Башҡортостан уҡсылары булды. Һөҙөмтәгә килгәндә, 3 ир-егет, 3 ҡатын- ҡыҙ Рәсәй йыйылма командаһына инделәр.
Иң ҡыуаныслы ваҡиға ошо команданың эсендә Башҡортостандан Баймаҡ уҡсыһы Рахманғолов Ғәфүрҙың булыуы.

 

Афарин, Ғәфүр, тағын берҙе үҙеңдең мәргәнлегеңде иҫбатланың һәм артабанғы ярыштарҙа һиңә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Икенсе көнө «Турахан» кубогына үткән турнирҙа йөҙгә яҡын уҡсы мәргәнлектә көстәрен һынаны.
Сит өлкәнән Якутиянан, Ҡалмыҡстандан, Дағстандан, Байкал аръяғынан, Мәскәү өлкәһенән килгән мәргәндәрҙә үҙ көстәрен һынап ҡарарға булып, беҙҙең башҡорт сәптәрендә ярыштылар.

 

Турнир 6 этаптан торҙо:

 

- «Тере һыу»- 25 м атыш;
- «Һыбайлы»- 30 м атыш;
- «Аждаһа» - 30 м атыш;
- «Һөжүм» - 30 м атыш;
-«Тиҙ атыш» -18 м атыш;
- 93 метрга «Көмбәҙ» сәбенә атыш.

 

Бөтә этаптарҙың һөҙөмтәләрен ҡушып турнирҙың еңеүселәре билдәләнде.

 

Ҡатын- ҡыҙҙар араһында шәхсән беренселектә
Ишкилдина Наилә - 3 сө урын яуланы.

 

Командалар араһында ярышта Бөрйән районынан Ырыҫҡолов Азамат, Ғәбитов Илнур, Нурутҡолова Илүзә, Ишкилдина Наилә ҡатнашып, 3 сө урын яуланылар.

 

Махсус приздарға атышта ла Бөрйән уҡсылары мах бирмәне: 93 метрға атышта иң мәргәне Ырыҫҡолов Азамат менән Нурутҡолова Илүзә булды, 40 метрға атышта Ғәбитов Илнурға етеүсе булманы. Шулай итеп, махсус бүләктәр ҙә бөрйәндәргә эләкте.

 

Афарин, Бөрйән уҡсылары! Уҡтарығыҙ шулай сәпкә генә тейеп торһон!

 

Ярышты ойоштороусы «Юрмаш мәргәне» уҡсыларына, Рәис ағай Низаметдиновҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, артабанда гел шулай әүҙем берҙәм булып ҡалығыҙ.

Наилә Ишкилдина.

Сығанаҡ: https://vk.com/id555295479

Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Бөрйәндәр мах бирмәне
Автор:
Читайте нас