21 мартта Иҫке Сибай ауылында «Урал» клубы асылыу айҡанлы ойошторолған милли йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир уҙҙы. Был ярышҡа республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан 62 мәргән көс һынашырға йыйылды.
«Урал» клубы уҡсыларҙы бик йылы ҡаршы алды, асыу тантанаһында йыр, ҡурай моңдары ағылып торҙо һәм әлбиттә уҡсыларҙа уҙ сиратында йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен, бүләктәрен хужаларға тапшырҙылар.
Ҡағиҙә буйынса, уҡсыларҙы ике категорияға бүлделәр:
15 - 54 йәшкә тиклемгеләр һәм 55 + категорияһы.
Ярыш 18 метрға булды, ике урауҙа 20 серия атып, артабан ярым финалдарҙа, финалдарҙа көс һынашыу булды.
Һөҙөмтәгә килгәндә, Бөрйән уҡсылары мах бирмәне, сая уҡсы ҡыҙҙар араһында пьедестал баҫҡыстарына тик Бөрйән уҡсы ҡыҙҙары менеп баҫты, шөкөр.
1-се урында - Ғәҙелшина Йәсмин (Бөрйән районы), иң йәш уҡсы бөгөнгә ярышта, квалификацияла ла 307 мәрәй йыйып, беренсе урында барҙы. Афарин, Йәсмин, алда ла еңеүҙәрең күп булһын тигән теләктәбеҙ!!!
2-се урын - Әбдрәшитова Гөлдәр (Бөрйән районы), балдаҡ менән атҡанына 2 ай самаһы һәм яҡшы һөҙөмтәгә ирешә алыуы менән ҡотлайбыҙ
- сө урында - Ишкилдина Наилә (Бөрйән районы).
55+ категорияһы араһында ир- егеттәр араһында:
3-сө урынды Ырыҫҡолов Азамат яулауға өлгәште (Бөрйән районы). Афарин, алдағы ярыштарҙа ла тик уңыштар йылмайып торһон!
Бик күп махсус бүләктәр ҡуйылды, бында ла Бөрйән уҡсылары мах бирмәнеләр - Нурутҡолова Илүзə һәм Мөхәмәтов Илшат атып алдылар. Афариндар!
Артабан да гел шулай мәргән булып ҡалығыҙ! Бөрйән уҡсыларының алда ла яулайһы еңеүҙәре күп булһын !!!
Баш судья итеп саҡырылған Ишморатов Илдарға аныҡ һәм ғәҙел судьялыҡ өсөн рәхмәт хаты тапшырылды!
Иҙрисовтар ғаиләһенә, уларҙың ата- әсәһенә, туғандарына, ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ яҡындарына рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтке килә. Барыһы ла яҡшы булды, ярыш бик сәмле барҙы, өҫтәлдәрегеҙ хыйҙан һығылып торҙо.
Сығанаҡ: Наиля Ишкильдина