Көн дауамында барған сәмле волейбол ярышында Иҫке Собханғолдан өс, Ғәлиәкбәр, Монасип, Әбделмәмбәт ауылдарынан берәр команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Ҡыпсаҡ командаһы тәүге урынды алыуға иреште. Иҫке Собханғолдоң "Захар" командаһы - 2-се, "Урал" 3-сө урынды алды.
Хоккей уйынына 4 команда килгәйне. Унда баш судья Илнур Мифтахетдинов булды. Көсөргәнешле уйында 1-се урынды - Иҫке Монасип, 2-се урынды - Байназар, 3-сө урынды Иҫке Собханғол командаһы алды.
Шул уҡ ваҡытта Яңы Собханғолда ат ярыштары гөрләне. Ауылда был бәйге Фазыл Кинйәбаевтың башланғысы менән былтыр тәү тапҡыр уҙғайны, быйыл да үҙ ҡатнашыусыларын йыйҙы. Ярыш үҫмерҙәр өсөн ойошторолдо. Унда быйыл 2 ҡыҙ ҙа ҡатнашты.
Ә Күҙәмбәт яланында саңғы спортын үҙ итеүселәр "Лыжня России" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға йыйылды. Был акция барлығы 102 кешене берләштерҙе. Райондаштарҙың тотош ғаиләләре менән ярышта ҡатнашыуҙары ҡыуандырҙы.
7 йәшкә тиклемгеләр араһында (дистанция - 200 м):
малайҙар араһында
1-се урын – Сөләймән Айытбаев,
2-се урын – Раян Ҡасимов,
3-сө урын – Асман Үтәбаев;
Ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Ынйы Ғүмәрова,
2-се урын – Әмилә Шамиғолова;
8-9 йәшлектәр араһында (дистанция - 400 м):
малайҙар араһында
1-се урын – Мөхәмәт Ғәликәев,
2-се урын – Ильяс Көмөшбаев,
3-сө урын – Илһам Ҡасимов;
ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Айлина Әфләтүнова,
2-се урын – Мәликә Иҫәнаманова;
10-11 йәшлектәр араһында (дистанция - 500 м):
малайҙар араһында
1-се урын – Ильяс Ҡарамышев,
2-се урын – Радмир Ҡасимов,
3-сө урын – Билал Ишемов;
ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Илүзә Мөхәмәтҡолова,
2-се урын – Фәриҙә Ғәликәева,
3-сө урын – Гөлнәфис Усманова;
12-13 йәшлектәр араһында (дистанция - 1 км):
малайҙар араһында
1-се урын – Тамерлан Ишемов,
2-се урын – Ирназар Шәмиғолов,
3-сө урын – Нурислам Сәйфетдинов;
ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Йәмилә Мөхәмәтҡолова,
2-се урын – Наҙгөл Үтәбаева,
3-сө урын – Гөлдәриә Фәхретдинова;
14-15 йәшлектәр араһында (дистанция - 1 км):
егеттәр араһында
1-се урын – Ирек Хәблетдинов,
2-се урын – Рәдиф Дауытов;
ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Лилиә Ҡарамышева,
2-се урын – Юлиана Бирҙекәева,
3-сө урын – Диана Мәхмүтова;
16-18 йәшлектәр араһында (дистанция - 1 км):
егеттәр араһында
1-се урын – Илшат Сәйфуллин,
2-се урын – Хансура Ҡарасурин,
3-сө урын – Ильвир Ноғоманов;
ҡыҙҙар араһында
1-се урын - Әлимә Мостафина;
19-29 йәшлектәр араһында (дистанция - 2 км):
ир-егеттәр араһында
1-се урын – Тайфур Латыпов,
2-се урын – Рүзил Ҡарасурин;
30-39 йәшлектәр араһында (дистанция - 2 км):
ир-егеттәр араһында
1-се урын – Тимур Ғәлин,
2-се урын – Ильяс Шәмиғолов,
3-сө урын – Рөстәм Вәлитов;
ҡатын-ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Раушания Балдыбаева,
2-се урын – Айһылыу Ғәбиҙуллина;
40-49 йәшлектәр араһында ( дистанция - 1км):
ҡатын-ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Лилиә Манапова,
2-се урын – Нәзифә Науразбаева,
3-сө урын – Эльвира Ҡаһарманова;
50-59 йәшлектәр араһында (дистанция - 1 км):
ир-егеттәр араһында
1-се урын – Рәмзил Мөхәмәтғәлин,
2-се урын – Илшат Мөхәмәтов;
ҡатын-ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Вәсимә Усманова,
2-се урын – Ольга Симонова;
60 йәштән өлкәндәр араһында (дистанция - 1 км):
ир-егеттәр араһында
1-се урын – Миңлеғәле Мөхәмәтғәлин,
2-се урын – Зөфәр Көҫәпҡолов,
3-сө урын – Рафаэль Фәтҡуллин;
ҡатын-ҡыҙҙар араһында
1-се урын – Зифа Иманғолова,
2-се урын – Гүзәл Сафиуллина;
Саңғы ярышының иң йәш ҡатнашыусыһы - 5 йәшлек Мансур Манапов (Иҫке Собханғол), ә иң өлкән ҡатнашыусыһы тип 73 йәшлек Рафаэль Фәтҡуллин (Әбделмәмбәт) билдәләнде.