Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар , 08:30

Беҙҙең йәш уғатарҙарға – афарин!

Өфө ҡалаһында Рәми Ғәрипов исемендәге Башҡортостан Республикаһы гимназия-интернатында балалар араһында уҡ атыу ярышы үтте. “Уғатар” фестивалендә Ауырғазы, Ишембай, Әбйәлил, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Бөрйән, Бишбүләк, Иглин, Ейәнсура, Өфө райондарынан, Өфө, Белорет ҡалаларынан көслө балалар ҡатнашты. Беҙҙең ҡыҙҙар иң-иңдәр иҫәбендә булды!

“Көмбәҙ”, “Ҡалҡан”, “Һыбайлы”, “Тере һыу” сәптәренә йәш буйынса төркөмдәр 12, 15 метрҙан 6-шар уҡты 4 тапҡыр (“Тере һыу” сәбенә 2 тапҡыр) аттылар. Был көсөргәнешле ярышта  Бөрйән ҡыҙҙары һынатманы: Ғәҙелшина Йәсмин - 1-се,
Ҡаһарманова Розалина 2-се урын яуланы.
Афарин, Йәсмин һәм Розалина! Сикһеҙ шатбыҙ һеҙҙең уңыштарығыҙға!
Һәр ваҡытта ла тырышлығығыҙ, ныҡышлығығыҙ ошондай матур еңеүҙәр булып әйләнеп ҡайтһын үҙегеҙгә!
Ошондай мәргән балаларыбыҙ булғанға ла Бөрйәнебеҙҙең уҡ атыу хәрәкәте киләсәктә лә дауам итәсәк тип ышанабыҙ!
Балаларға матур сараны ойошторған Башҡортостандың Спорт министрлығына, коммерцияға ҡарамаған “Мәргән уҡсы” автоном ойошмаһына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Әйтеп үтергә кәрәк, Башҡортостандың Спорт министрлығы уҡ атыуҙы үҫтереүҙә актив ҡатнашҡан һәр район уҡ атыу клубтарын яндар һәм уҡтар менəн бүләклəп ҡыуандырҙы. "Бөрйән уҡсылары" клубы ла был бүләккә лайыҡ булыуына шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/club196622676

Беҙҙең йәш уғатарҙарға – афарин!
Беҙҙең йәш уғатарҙарға – афарин!
Беҙҙең йәш уғатарҙарға – афарин!
Автор:
Читайте нас