Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2025, 10:18

9 август - физкультурниктар көнө

“Егеттәр, аттарҙы ярышҡа әҙерләйбеҙ!”, “Стартҡа баҫтыҡ!”, “Ҡапыл туҡтамайбыҙ, аттарҙы һыуындырабыҙ!” Ошоноң кеүек күп һанлы командалар биргән тауыш ярыш майҙанында көнө буйы тынмай. Ул – Байназар егете Илнар Салауатовтың тауышы. Кескәй генә сағынан күңелендә спортҡа һөйөү уянып, бик күп ярыштарҙа еңеп, мәртәбәле урындар яулаған егет хәҙер инде үҙе ярыштарҙы ойоштороусы, баш судья, оҫта тренер, көрәш буйынса күп тапҡыр республика чемпионы, Рәсәйҙең спорт мастеры.

9 август - физкультурниктар көнө
9 август - физкультурниктар көнө

Илнар Айрат улы Байназар мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында “Физик культура һәм спорт” факультетында белем ала. Тырыш, маҡсатлы егет студент йылдарында ике йыл рәттән «Йылдың иң яҡшы спортсыһы» исеменә лайыҡ була. Әйткәндәй, уның фотоһүрәте әле лә был уҡыу йортоноң “Беҙҙең данлыҡлы студенттарыбыҙ” стендынан төшмәй.   

Спорт менән дуҫ булғас, әрме хеҙмәтен дә еңел үтә. Контракт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының 6795-се ғәскәр часендә М. Шайморатов исемендәге “Булат” махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт итә - штурмлау бүлексәһе командиры, өлкән пулеметсы. Уға Төнъяҡ Кавказдағы ҡыҙыу нөктәләрҙә лә булырға тура килә. Хеҙмәт иткән осоронда “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” билдәһе, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Рәсәй Федерацияһына һәм спецназға хеҙмәте өсөн”, “Төнъяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн”, “Контртеррористик операциялар ҡатнашыусыһы” миҙалдарына лайыҡ булған. 

Артабан тормошон Илнар йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуға арнай – физкультура уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әлеге ваҡытта ул Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһында өлкән уҡытыусы, фармацевтика факультеты деканының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, бер ыңғайҙан Өфө районындағы спорт мәктәбендә көрәш буйынса тренер-уҡытыусы ла.

Уның етәкселеге аҫтында спорт көрәше, самбо, дзюдо һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән йыйылма командалар Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа һынатмай, гел тәүге урындарҙы ала киләләр. Тәрбиәләнеүселәре араһынан 9 Рәсәйҙең спорт мастеры, 12 спорт кандидаты һәм өс тиҫтәнән ашыу билбау көрәше буйынса разрядсы сыҡҡан.

Бигерәк тә башҡорт халҡының милли уйындарын тергеҙеүгә күп көс һала Илнар Айрат улы. Үҙе лә был өлкәлә танылыу яулаған – көрәш буйынса республикала күп тапҡыр чемпион исеменә, Рәсәй кимәлендә өс тапҡыр призлы урындарға лайыҡ булған.  

Башҡортостан Республикаһының милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге етәксеһе, ғәҙел судья, оҫта ойоштороусы булараҡ, уны республиканың төрлө төбәктәренә ярыштар үткәрешергә йыш саҡыралар. Ә Бөрйәндә бер ат ярышы ла унһыҙ үтмәй, тиһәң, һис хата булмаҫ.

Илнар Айрат улының башланғысы менән районда “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындары тергеҙелеп, әле лә улар ат ярыштарының, һабантуй байрамының иң ҡыҙыҡлы, иң сәмле өлөшө булып тора. Бынан ике йыл элек иң оҫта көрәшсе-һыбайлыларҙан республика йыйылма командаһы төҙөп, Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарға алып сыға - “Ауҙарыш” буйынса Донъя чемпионатына үтеп, команда менән 3-сө урын яулайҙар.

Спорт ене уның ғаиләһенә лә ҡағылған. Тормош иптәше - Әбделмәмбәт һылыуы Гөлфинә Әнүәр ҡыҙы һәр ерҙә лә уның төп терәге, таянысы, ярыштарҙы үткәреүҙә, ойоштороуҙа ла ярҙам итә. Матур ғаиләлә сәләмәт һәм милли рухта Илсиә, Илдан, Ләйлә исемле өс бала тәрбиәләнә. 

Салауатовтарҙың ғаиләһе Рәсәй, республика, район-ара спорт һәм мәҙәни ярыштарҙың әүҙем ҡатнашыусылары, еңеүселәре. Республиканың йыйылма командаһы составында Х Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындарынан еңеү менән ҡайтҡандар.

Тәжрибәле спортсы, талантлы тренер, оҫта ойоштороусы булған райондашыбыҙҙың шәхси наградалары һәм ҡаҙаныштары бихисап. Тик улар түгел, ә үҙе спортҡа ылыҡтыра алған балалар, йәштәр һәм уларҙың ҡаҙаныштары, башҡорт милли уйындарының беҙҙең ерлектә ныҡлап тамыр йәйеүе, башҡа милләттәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятыуы – ошо уның ҙур ҡыуанысы һәм ғорурлығы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Рәсәйҙә «Ауыл тренеры» федераль программаһы эшләй башланы. Ул спорт өлкәһендә квалификациялы белгестәрҙе 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Уға ярашлы, «Ауыл тренеры « программаһында ҡатнашыусы һәр кем эш урыны менән биш йыллыҡ контракт төҙөп 1 миллион һум аҡса аласаҡ. Ағымдағы йылда проект Башҡортостан, Алтай, Брянск, Волгоград, Омск, Силәбелә генә тормошҡа ашырылһа, киләһе йылдан башҡа төбәктәргә лә индереләсәк.

9 август - физкультурниктар көнө
9 август - физкультурниктар көнө
Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас