Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Июнь 2025, 11:50

Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда

14 июнь көнө Салауат районында “Салауат йыйыны – 2025” республика фольклор байрамы үтте. Бөрйән ир-егеттәре лә һынатманы был йыйында.

Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда

14 июнь көнө Салауат районында “Салауат йыйыны – 2025” республика фольклор байрамы үтте.
Байрам башҡорт халҡының милли батыры, яугир һәм сәсән Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға бағышланды. Сара сиктәрендә “Салауат бәйгеһе” республика турниры үткәрелеп, Салауат Юлаев призына милли көрәш, "Башҡорт күп алыш бәйгеһе", ат сабыштары һәм башҡа милли уйындар буйынса ярыш ойошторолдо.

Бөрйән ир-егеттәре лә һынатманы был йыйында.

Халҡыбыҙҙың милли уйындарының береһе "Ауҙарыш", йәғни ат өҫтөндә көрәш бәйгеһе республикала ҙур үҫеш алып, бик күп ир-егеттәребеҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Үҫмер малайҙар ҙа, үҙҙәренең ихтыяр көсөн туплап, майҙанға сыҡты.
Ярыш алдынан ойоштороусылар оҫталыҡ дәресе үткәреп, ҡағиҙәләр менән таныштырып, аңлатып үтте. Бөрйәндәр ҙә был ярышта һынатманылар.
Ике төркөмдә барған үҫмерҙәр араһындағы ярыш һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды:
1- се төр: 10 - 13 йәшлектәр, 45 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында:
-Ирхан Ғәлиуллин – 1-се;
-Илдан Салауатов – 2-се;
-Сынтимер Зәйнуллин – 3-сө урын алды.
2 -се төр: 14-17 йәшлектәр, 55 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында:
Сыңғыҙ Зәйнуллин 3-сө урын яуланы.
85 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында:
-Фазыл Кинйәбаев – 1-се;
-Вадим Уразғолов – 3-сө;
-Айнур Бейембәтов – 3-сө урын алды.

Көрәшселәргә сертификаттар, маҡтау грамоталары тапшырылды. Бөрйән батырҙарына киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ҙур еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!

 

(И. Салауатов мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде).

Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Бөрйәндәр – “Салауат йыйыны”нда
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас