Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Май 2025, 08:50

Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған

17 май Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында күптән көтөп алған 50 метрҙан "Көмбәҙ-50" сәбенә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса Башҡортостан республикаһының Асыҡ Чемпионаты ойошторолдо. Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған ярыш быйыл инде 5 тапҡыр ойошторолоп, чемпионат статусына үҫеп етте. Унда Бөрйән уғатарҙары үҙҙәренең иң-иңдәр рәтендә икәнлеген йәнә бер тапҡыр раҫланы.

Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған

-Был ярыштың маҡсаты:
– милли йәйәнән уҡ атыуҙы Башҡортостан республикаһында популярлаштырыу;
– Башҡортостандың иң көслө уҡсыларын асыҡлау һәм уларҙы Рәсәй кимәлендәге ярыштарға оҫталыҡтарын камиллаштырыу;
– "Көмбәҙ" исемле башҡорт сәбен артабан Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлгә күтәреү;
– йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу;
– башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү һәм илһөйәрлек тәрбиә биреү кеүек маҡсаттар сығыш яһаны.

Башҡортостан чемпионы исемен яулау өсөн Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы, Хәйбулла, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Ауырғазы райондарынан, Сибай, Белорет, Күмертау, Баймаҡ ҡалаларынан 60-тан ашыу иң көслө уҡсы килде.
50 метр алыҫлыҡта торған "Көмбәҙ" исемле 50*60 ҙурлығындағы башҡорт сәбенә атыу өсөн үҙенә күрә оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ, тырышлыҡ, сабырлыҡ, мәргәнлек һәм әлбиттҫ батырлыҡ кеүек күркәм сифаттар талап итә. Ошо сифаттарҙы туплап квалификация этабында иң күп мәрәй йыйыусы 32 уҡсы артабан финалдарға әҙерләнделәр. Бик көсөргәнешле атыштарҙан һуң иңдәрҙән иң мәргән уҡсылар асыҡланды. Бына улар.
Ир-егеттәр араһында:
Өмөтбаев Тимур (Баймаҡ районы);
Ғәбитов Ильнур (Бөрйән районы);
Ғайсин Батырхан (Ауырғазы районы), (яҙып үтеү кәрәк, Батырханға ни бары 14 йәш кенә әле).

Ҡатын -ҡыҙҙар араһында:
Ишмуратова Әлиә (Бөрйән районы);
Ҡолһарина Гөлгөнә (Баймаҡ районы);
Ихсанова Лиана (Учалы районы).

Командалар араһындағы беренселек:
Баймаҡ (Рахманғолов Ғәфүр, Өмөтбаев Тимур, Мырҙағәлин Илфат);
Сибай (Таһиров Хөрмәт, Хәбиров Ишморат, Хисаметдинов Нур);
Ниғәмәт уҡсылары (Ғатауллин Илшат, Иҫәнбаев Нәил, Фәйзуллин Азат).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында
"Баймаҡ һылыуҙары" (Рахманғолова Сәлимә, Бикбердина Имангөл, Вәлеева Юлиә);
"Бөрйән ҡыҙҙары" (Ишкильдина Нәилә, Ишморатова Әлиә, Нурутҡолова Илүзә);
"Белорет уҡсылары" (Ғәлиуллина Айгөл, Исрафилова Луиза, Зыкрина Гөлнара).
Барлыҡ еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Артабан уңышлы сығыштар яһарға, яңынан яңы үрҙәр яуларға насип булһын.
Ярыш аҙағында бик күп махсус бүләктәр ҙә уйнатылды. Уҡсылар рәхәтләнеп, ҡыуанышып атып алдылар.
Ярышты ойоштороуҙа ҙур өлөш индереүсе Баймаҡ районы уҡсыларына, Баймаҡ районы хакимиәтенә, Ниғәмәт ауылы биләмәһе хакимиәтенә, Баймаҡ районы башҡортары ҡоролтайына, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгенә, "Беҙ–бергә" волонтерҙар штабына, Хәйруллин Нуриман Рәис улына, Ишморатов Илдар Зәки улына, Ғүмәров Айбулат Альберт улына, Искужин Рим Ғәтиәт улына, Мырҙағәлин Рифат Рим улына, Усманова Гөлдәр Сабирйән ҡыҙына, Ғәббәсова Мәхмүзә Зәйнетдин ҡыҙына, Сабитова Раушания Әхтәм ҡыҙына, Рахманғоловтар ғаиләһенә, ярҙам итеүселәргә Вәлеева Вәлимә Яхия ҡыҙы һәм иптәше Рәфил еҙнәйгә һәм шулай уҡ махсус бүләктәр ҡуйыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ятып ҡалғансы-атып ҡал! – тип хәбәр итә танылған уғатарыбыҙ Наилә Ишкилдина.

Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Бөрйән уҡсылары бик һәйбәт сығыш яһаған
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас