Күмертау ҡалаһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүгә 80 йыл тулыуына арнап “Төнъяҡ амурҙары” турниры ойошторолдо. Көйөргәҙе, Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Ауырғазы, Иглин, Ғафури, Әбйәлил, Хәйбулла, Өфө райондарынан һәм Ишембай, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан 100 бала йыйылды.
Бөрйән районын Иҫке Собханғол ауылынан Ниғмәтуллина Ралина, Иҫке Мөсәт ауылынан Ғәҙелшина Йәсмин (тренерҙары Илдар Ишморатов), Яңы Мөсәт ауылынан Дәүләтшина Гөлзәмиә һәм Ҡаһарманова Розалина (тренерҙары Мөхәррәм Ҡасҡынбаев) сығыш яһаны.
Ярыштың шарты буйынса яңы булдырылған башҡорт сәбе “Көмбәҙ”гә 12 метрҙан 12-13 йәшлек, 15 метрҙан 14-17 йәшлек балалар 6-шар уҡты 12 серия аттылар. Ярыш сәмле, көсөргәнешле барҙы. Бөрйән ҡыҙҙары лайыҡлы сығыш яһанылар: квалификация һөҙөмтәһе буйынса Ғәҙелшина Йәсмин 120 мәрәй менән 14-17 йәшлек ҡыҙҙар категорияһында - 1-се, Ниғмәтуллина Ралина 156 мәрәй менән 12-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында - 1-се, шул уҡ категорияла Дәүләтшина Гөлзәмиә 92 мәрәй менән 5-се, Ҡаһарманова Розалина 84 мәрәй менән 7-се урында булдылар. Ошо мәрәйҙәр менән 4 уҡсы ла финалдар этабына үттеләр. Финалдың 1/4 өлөшөндә, ярым финалда, алтын һәм бронза финалдарында көс һынашҡандан һуң беҙҙең ҡыҙҙар түбәндәге урындарға лайыҡ булдылар:
2-се урында - Ниғмәтуллина Ралина;
3-сө урында - Дәүләтшина Гөлзәмиә.
Афарин! Республика кимәлендә яҡшы сығыш яһап, ҙур уңыштарға өлгәшүегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Артабан да оҫталығығыҙ, мәргәнлегегеҙ артһын, яңынан-яңы еңеүҙәр насип булһын, Аллаһ бирһә! Балаларҙы ярышҡа әҙерләгән Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Әбдразаҡ улына, Ишморатов Илдар Зәкей улына ҙур рәхмәт!
Сығанаҡ:
Бөрйән уҡсылары/Бурзянские лучники