-Ярыш көнөндә иртәнсәк ҡойма ямғыр яуып торһа ла, төшкә ҡарай көн матурайып аяҙытып ебәрҙе. Быйылғы йылда ярыш Үҙән буйнда урынлашҡан элекке колхоз туғайында шаулап-гөрләп үтте. Йылда ла Ҡыпсаҡта үткән ярышҡа, спортсылар ҙур теләк менән килә, ни тиһәңдә ярышты ойоштороу юғары кимәлдә, урын еренә еткереп эшләргә тырышалар. Ярыш булған урынды матур итеп шартына килтереп биҙәү, халыҡҡа дәрт һәм байрам кәйефе өҫтәй. Ярышҡа алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән спортсылар ҙа ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Ярышты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тине район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге начальнигы Ирек Шәмиғолов.
Ярыштар ҡыҙҙар, малайҙар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 10 йәш категорияһында уҙҙы. Еңеүселәр һәм призерҙар грамота, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
Шундай әүҙем спортсыларҙы йыя алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ярышты уҙғарыуға ярҙам иткән бағыусыларыбыҙ - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына, “Ҡыпсаҡ” хәйриә фондына, балаларға саңғы бүләк иткән эшҡыуарҙарға, ойоштороу эштәрендә әүҙемлек күрһәткән мәктәп ирекмәндәренә ҙур рәхмәт, тип белдерә ярышты ойоштороусылар.