Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2025, 08:15

Аттар сыҡты бәйгегә

Бөрйәндең матур йолаһына, данына әйләнгән Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов исемендәге ат ярыштары быйыл 56-сы тапҡыр уҙғарылды.

Аттар сыҡты бәйгегә
Аттар сыҡты бәйгегә

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап ойошторолған саналы аттар ярышында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ҡатнашып, башҡорт атын һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне, байрам уңайынан халыҡты тәбрикләп, матур теләктәр еткерҙе.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә агросәнәғәт комплексы ветераны Булат Ҡулбирҙин Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

Физик культураны һәм спортты үҫтергәне өсөн Инсур Баймөхәмәтов РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың иҫтәлекле сәғәте менән бүләкләнде.

Бөрйән районының һәм Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Шәрифулла Ҡолһаринға, Илнар Салауатовҡа РФ Дәүләт Думаһы депутатының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Тарихҡа күҙ һалғанда

Ат ярыштары 1969 йылдан алып ойошторола. Тәүге ярышта 6 ҡатнашыусы була: Әтектән Рәхимйән Баймөхәмәтов, Ғизетдин Әбүбәкиров, Мәндәғолдан Илгизәр Иманғолов, Яңы Собханғолдан Нуриман Вәлиев, Иҫке Собханғолдан Николай Григорьев, Хибаб Ғизәтуллин.

Йәш егеттәр булдыра

Ике саҡрым арауыҡтағы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярышта (ике йәшкә тиклемге төрлө тоҡомло аттарҙа) быйыл да баймаҡтар ал бирмәне. Темәс егете Илназ Мостафин беренсе булып финиш һыҙығын киҫеп үтһә, 2-се урында – Илнур Солтанғолов, 3-сө урында – Бөрйән егете Динислам Хәйбуллин.

Бөрйәндәр тырышты

Ярыштың икенсе төрөндә (дүрт саҡрым) өс йәшкә тиклемге төрлө тоҡомло аттарҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һыбайлылар ярышында бөрйәндәр мах бирмәҫкә тырышты. 1-се урынды Яуымбай егете Фидан Исхаҡов яуланы. 2-се урында Мораҙым егете Ғайса Үтәбаев (ат хужаһы Айрат Салауатов) булһа, 3-сө урында Баймаҡ районынан Инйәр Күсәев.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саналы аттар ярышы

6 саҡрымға уҙыш бөрйәндәрҙең иң яратып ҡараған ярышы. Был ҡыҙыу бәйгелә Ейәнсура егете Фәрит Әбделғужин беренсе урынды алды. Финишҡа икеһе лә бер юлы тигәндәй генә килеп етһәләр ҙә, ярты метрҙай ғына ара менән Баймаҡтан Нурфәиз Мөхәрләмов икенсе булып үтте, өсөнсө булып Баймаҡтан Мирхәт Әбйәлилов килде.

Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов исемендәге  саналы юртаҡтар ярышы

Ярыш аралығы алты саҡрым тәшкил иткән ярышта бөрйәндәр һынатманы – үҙҙәренең дә, аттарының да иң шәптәре икәнлеген иҫбатланы. Ғәҙел Шәрипов – 1-се, Фәрит Сәлихов – 2-се, Рушан Салауатов 3-сө булып юрттырып уҙҙылар.

8 саҡрымға уҙыш

Төрлө тоҡомло һыбайлылар ярышында Фидан Сәлихов – беренсе (Бөрйән), Сафия Йәһүҙина (Әбйәлил) - икенсе, Фәнис Фәхретдинов (Ғафури) өсөнсө килде.

Ҡолон кемгә эләгер?

Был асыҡ ярышта ҡатнашыусылар 12 саҡрым (6 урау) аралыҡта көс һынашты. Һынауҙың иң ҙуры булған ярышта аттар арыны – трассала 7 бәйгесенән 5-әү ҡалды. Сәмле ярышта финиш һыҙығына ике бәйгесе берҙәй яҡынланы. Шулай ҙа бөрйәндәр алдынғылыҡты бирмәне - Әтектән Роберт Баймөхәмәтов беренсе булып финиш һыҙығын киҫте, Баймаҡтан Венер Байғужин Белка ҡушаматлы атта - икенсе, Әтек уҙаманы Инсур Баймөхәмәтов өсөнсө булып килде.

Әтектәр быйыл да беренсе!

Командалар араһында Исмәғил Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатылып, ул быйыл да әтектәргә эләкте. Икенсе урында – Байназар, өсөнсө урында Аҫҡар ауыл хакимиәттәренең йыйылма командалары.

Сергетыштар – оҫталар өлөшө

Беренсе урында - Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкселегендәге ағинәйҙәрҙең, икенсе урында – Хәмдиә Ситдиҡованың, өсөнсө урында Ырғыҙлы биләмәһе (етәксеһе Лилиә Ғәлина) ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре.

Иң матур сана кемдә?

Ярышта ҡатнашыусыларҙың аттарын һәм саналарын биҙәү буйынса ярышта Бөрйәндән Инсур Хәлитов – 1-се, Айрат Салауатов 2-се урын яуланы. Ғафуриҙан Гөлназ Фәхретдиноваға 3-сө урын бирелде.

Йылҡысылар конкурсы сәмле барҙы

Ат һөйөүселәрҙе дәртләндереү маҡсатында ат егеп елеү буйынса ярыш ойошторолдо. Унда Инсур Баймөхәмәтов  - 1-се, Рушан Салауатов – 2-се, Фәрит Науразбаев 3-сө урында.

Балалар араһында Ислам Баймөхәмәтов – 1-се, Ғайса Үтәбаев – 2-се, Ғәлим Үтәбаев – 3-сө.

Йәш сикләүҙәре юҡ

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саналы аттар ярышының “Иң оло ҡатнашыусыһы” - Фәрит Сәлихов, “Иң йәш ҡатнашыусыһы” Баймаҡтан Илнур Солтанғолов булды. Бөрйән районының “Иң йәш ҡатнашыусыһы” Ғәйнислам Үтәбаевҡа Динир Әхмәтйәновтың махсус призы -  1 йәшлек тай бүләк ителде.

Автор: Альфина Юлчурина
Читайте нас