Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2025, 11:30

Аратауҙа ат ярышы

Мораҙымда БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, Почет Билдәһе ордены кавалеры Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә ҡышҡы ат ярыштары үтте. 5-се йыл рәттән үткән ярышҡа ул ваҡытта ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүсе Айрат Салауатов һәм район советы депутаты Винер Малакаев инициативаһы менән старт бирелә һәм йылдан-йыл масштабы киңәйә бара. Быйыл ул 300-ҙән ашыу кешене йыйһа, шуларҙың 5 тиҫтәгә яҡыны ярышта ҡатнашты. Бөрйәндә башланғыс алған ат ярыштарын үҙ иткән күрше райондың ат һөйөүселәре лә сәмле ярыштан ситтә ҡалманы.

Аратауҙа ат ярышы
Аратауҙа ат ярышы

Арҙаҡлы шәхестең оло улы Айҙар Таштимер улы ярыштың мәртәбәле ҡунаҡтары менән таныштырғас, Таштимер Ишмөхәмәт улы менән бергә эшләүсе хеҙмәт ветераны Әхәт Бикбулатов һүҙ алып:

-Үҙебеҙҙең ерлектә көстәрен, һаулыҡтарын йәлләмәй, халыҡ мәнфәғәтендә эшләгән шәхестәрҙе онотмай, уларҙың иҫтәлегенә саралар үткәреү – матур башланғыс.

Таштимер Ишмөхәмәт улын мин бик яҡшы белдем, бергә эшләргә тура килде. Ул үҙен йәлләмәй, эш тип янып-көйгән кешеләрҙең береһе ине. Ҡайҙа ғына эшләһә лә абруйы ҙур, һүҙе үткер, эше һөҙөмтәле булды. Яңылыҡтар индереү, алдынғы рәттәрҙә булыу өҫтөндә күп эшләне. Халыҡ мәнфәғәте, ауылдарҙың киләсәге өсөн тир түкте. Эшләгән кешене күрә белде. Бик күп халыҡты берләштергән ат ярышы шуға дәлил, - тине.  

Артабан ярышты үткәреүгә Өфө ҡалаһынан махсус рәүештә ғаиләһе менән ҡайтыусы баш судья – Башҡортостан Республикаһында милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге директоры Илнар Салауатов ярыш һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы һәм ат ярышын үткәреүҙә булышлыҡ итеүсе Мораҙым ауылы ир-егеттәре Ғилман Үтәбаевҡа, Винер Малакаевҡа, Фидәил Моратшинға рәхмәт хаттары тапшырҙы. 

Ярыш ярһып торған йәш тай-тулаҡтарҙың сабышынан башланды. 1400 метрлыҡ дистанцияны тәүгеләрҙән булып Темәс егете Иҙел Йәнгилдин үтте. Икенсе булып Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы атында Һарғаянан Илһам Хәмитов, өсөнсө Темәстән Инйәр Йәнгилдин килде.    

Икенсе бәйгелә ике йәштән өлкән бөтә тоҡомло аттар ҡатнашты. Унда Мораҙым мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Ғайса Үтәбаевҡа етеүсе булманы. Хәйер, уҡыусы ғына булһа ла, тәжрибәһе етерлек, районда үткән бер ат ярышынан да ситтә ҡалмай ул. Уның артынан Яуымбайҙан Фидан Исхаҡов һәм Фидан Сәлихов финиш һыҙығын үтте. Улар 2800 метр дистанцияға ярышты.

Иң оҙон – 5600 метрлыҡ дистанцияға бәйгеселәр саналы аттарҙа ярышты. Был уҙышта иң шәп һөҙөмтәне Иҫке Монасиптан Инсур Хәлитов күрһәтте. 2-се - Иҙел Баймөхәмәтов (Әтек), 3-сө - Байрас Әминев (Мораҙым).   

Туғарылған атты тиҙ арала егеп, бер түңәрәк урап килеү ярышы бәйгеселәрҙең ат менән оҫта эш итә белеүҙәрен, тиҙлеген, етеҙлеген асып һалды. Был ярышта Салауатовтарҙың атһөйәр ғаиләһендә тыуып-үҫеүсе Рушанға (Байназар) етеүсе булманы. 2-се һәм 3-сө урындарҙы Мораҙым егеттәре Заһир Тулыбаев һәм Рәфил Тулыбаев алдылар.    

Бишенсе төр ярыш ҡатын-ҡыҙҙар араһында үтте. Улар саналы аттарҙа 1400 метр дистанцияға ярышты. Ҡар-бурандары уйнатып финиш һыҙығына иң беренсе булып Турысай ҡушаматлы атта Филиә Кинйәбаева (Яңы Собханғол) килеп етте, ат хужаһы - Айрат Салауатов. Шулай уҡ Айрат Салауатовтың Көрәнсәй ҡушаматлы атында икенсе булып Фәйләрә Науразбаева (Байназар), өсөнсө – Малай исемле атта Мораҙымдан Зәлиә Малакаева (ат хужаһы Байрас Әминев) килделәр.

Артабан сара мауыҡтырғыс "Ауҙарыш" уйыны менән дауам итте. Был сәмле лә, хәүефле лә, таһыллыҡ, көс талап иткән уйында тик сос, йылғыр егеттәр генә ҡатнашты. Йәш үҫмерҙәр араһында 45 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында 1-се урынды Үрге Әүжәндән Ризуан Ҡарағолов,  55 кг-ға тиклем ауырлыҡта -Мораҙымдан Байрас Әминев, ир-егеттәр араһында Әтектән Иҙел Баймөхәмәтов яуланы.

Бөтә ярыш төрҙәрендә лә еңеүселәр премиялар һәм грамоталар менән бүләкләнде, кубокка һәм миҙалдарға лайыҡ булды. Ярышты үткәреүҙә ярҙам итеүселәр иһә айырым билдәләнде. Сара Таштимер Ишмөхәмәт улының улдары-килендәре, ҡыҙы-кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре бағыусылығы аҫтында үтте. Ярыш яланын әҙерләүгә район советы депутаттары Винер Мвалакаев, Йәлил Әлибаков күп көс һалды. Шулай уҡ ярышҡа Байназар ауыл биләмәһе башлығы Нуриман Әминев, ошо уҡ ауыл егете Илнар Салауатов бағыусылыҡ күрһәтте. Ат ярышын үткәрә башлауға ҙур өлөш индергән, йыл һайын ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан Айрат Салауатовты Айрат Нурдәүләтов, Хәмдиә Нәҙершина, Әмир Шаһивәлиев махсус  бүләк менән ҡыуандырҙы. Заманында “Ағиҙел” колхозында ат ҡараусы булып эшләүсе Ғәлийән Ҡарағоловтың улы - Үрге Әүжән ауылында йәшәүсе райондашыбыҙ Юлдаш Ҡарағолов “Аратау бәйгеһе”нә бағыусылыҡ күрһәтеп, 4-се төр ярышта еңеүсе Рушан Салауатовҡа үҙ ҡулдары менән эшләгән ат санаһын, призлы урындарға аҡсалата бүләк бирҙе.

Берҙәм һәм татыу Әлибаковтар ярышҡа килеүсе һәр кемде йылы аш, сәй, тәм-том менән һыйланы. Йыйылған халыҡ моңло яҡташыбыҙ Айрат Баязитовтың матур йырҙарын тыңланы. Киләһе йылға ярышты район атһөйәрҙәре өсөн генә үткәреү, “Ауҙарыш” уйыны оҙаҡ ваҡытты алыуы, шуға уны ярыштың башында ойоштороу, ярыш үтәсәк яланды алмаштырыу кеүек тәҡдимдәр булды. Ғөмүмән алғанда, байрамға килеүсе һәр кем ҡышҡы саф һауала тәбиғәт ҡосағында матур тамаша ҡарап, яҡшы кәйефтә көр күңел менән ҡайтты.

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас