Наро-Фоминск ҡалаһында спорт көрәше грэпплинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үткән. Унда илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән 475 спортсы ҡатнашҡан. Улар өс категорияға бүленеп, иң көслөләрҙе асыҡлағандар.
Был ярыштар Европа беренселегенә һайлап алыу буйынса ла мөһим этап булып торған.
Унда беҙҙең “Ҡыпсаҡ” көрәш клубы тәрбиәләнеүселәре лә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.
Регина Сәйфетдинова, бик шәп техника һәм рух көсө күрһәтеп, алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған! Диана Мәхмүтова шулай уҡ алтын миҙалға лайыҡ булған! Илһөйәр Сәйфетдинова бронза миҙал алған!
-Иң ҙур ҡаҙаныш – Диана менән Регина Европа беренселегендә ил намыҫын яҡлаясаҡ - уларРәсәйҙең йыйылма командаһы составына ингән! Был ҡаҙаныштар – тренер Нур Усмановтың етәкселеге аҫтында ныҡышмал хеҙмәт һәм күнекмәләр һөҙөмтәһе.
Шулай уҡ оҙатып йөрөүсе-секундант Ринат Сәйфетдиновҡа ла ҙур рәхмәт!
Еңеүселәрҙе, уларҙың тренерҙарын һәм, әлбиттә, спорттың ошо төрөн үҫтереүгә ярҙам итеүсе бағыусыбыҙ Руслан Иманғоловҡа ҙур рәхмәт! Һеҙҙең ярҙамығыҙ беҙҙең спортсыларҙы яңы еңеүҙәргә рухландыра!
“Ҡыпсаҡ” хәйриә фонды киләсәктә лә йәш спортсыларға ярҙам итәсәк.
Алда – яңы ҡаҙаныштар һәм балҡыштар! – тип хәбәр итә
Благотворительный фонд "Кипчак"
*
В Наро-Фоминске завершились Всероссийские соревнования по спортивной борьбе грэпплинг, в которых приняли участие 475 спортсменов из разных уголков страны, соревнующихся в трех возрастных категориях. Эти соревнования стали важным этапом отбора на первенство Европы, и наши воспитанники борцовского клуба "Кипчак" показали отличные результаты!
Сайфетдинова Регина завоевала золотую и серебряную медали, продемонстрировав выдающуюся технику и силу духа. Махмутова Диана также стала обладательницей золотой медали, а Сайфетдинова Ильсюар завоевала бронзу. Особая гордость — Диана и Регина вошли в сборную России и будут представлять нашу страну на первенстве Европы! Эти достижения — это результат упорного труда и тренировок под руководством нашего тренера Усманова Нура.
А так же большая благодарность сопровождающему-секунданту Сайфетдинову Ринату!
Поздравляем всех участников, тренеров и, конечно же, нашего спонсора Ямангулова Руслана, который поддерживает данный вид спорта! Ваша поддержка и усилия вдохновляют наших спортсменов на новые победы!
БФ "Кипчак" и в дальнейшем будет поддерживать наших юных спортсменов!
Впереди нас ждут новые достижения и свершения!