Килдеғол ауылы эшҡыуары, депутат Гөлсинә Ҡунафина Әбделмәмбәт мәктәбенең лотерея буйынса һайлап алынған башланғыс синыф уҡыусыһына саңғы комплекты бүләк иткән.
Был изге эш, берҙән, йәш спортсыны ҡыуандырған, икенсенән, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән ярҙамдың мөһимлеген күрһәтә.
Гөлсинә Ҡунафина 2021 йылдың 1 мартында Башҡортостан Республикаһында старт алған “Атайсал”үҙ-ара ярҙам социаль проектының әүҙем ҡтанашыусыһы.
Проекттың маҡсаты – ҙур булмаған ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы зандаштарыбыҙҙы кесе Ватандарына, үҫеп килеүсе быуынға ярҙам итеү йәһәтенән берләштереүсе сара ул.
-Беҙ Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙына уның спортҡа индергән ҙур өлөшө һәм балаларға ярҙамы өсөн бик рхмәтлебеҙ. Ошондай инициативалар рухландыра һәм төбәктең киләсәге хаҡында хәстәрле күреүҙең бик мөһим икәнлеген күрһәтә.
Әйҙәгеҙ, спортҡа һәм йәш чемпиондарға бергәләп ярҙам итәйек! – тип хәбәр итә Благотворительный фонд "Кипчак"