Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2025, 16:40

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

“Айыҡ ауыл” республика проекты сиктәрендә Ырғыҙлыла “Рәсәй саңғыһы – 2025” тигән исем аҫтында асыҡ район саңғы ярыштары үтте. Ярыштарға 130-ҙан ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Әгәр ярыштың барлыҡ ойоштороусыларын (инструкторҙар, судъялар, табиптар, ашнаҡсылар һәм башҡалар), шулай уҡ ата-әсәләр, водителдәр

В здоровом теле - здоровый дух
В здоровом теле - здоровый дух

тамашасылар...  Барыһын иҫәпләһәң, 200-ҙән артыҡ кеше килеп сыҡты.

Байрамса кәйеф, спорт, дуҫлыҡ атмосфераһы тантана иттте. Яҡшы итеп әҙерләнгән трасса, йылы һауа торошо, тирә-яҡтағы матр тәбиғәт берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Өҫтәүенә, финишта һәр ҡатнашыусыны ойоштороусыларҙың даими бағыусыһы “Башҡортостан” Милли паркынан сувенир продукцияһы һалынған пакет көтә ине.

Артабан финишерҙар импровизацияланған ашханаға юл тотто. Унда ҡатнашысуыларҙы ашнаҡсылар шәп бутҡа, тәмле сә менән һыйланы.

Ярыш, әлбиттә, бик сәмле барҙы. Команда беренселегендә иң ҙур һәм матур кубок Әбделмәмбәт спортсыларына эләкте. Сөнки төрлө ҡаҙаныштағы миҙалдарҙың иң күбе тап уларҙа ине!

Команда беренселегендә икенсе урын Ырғыҙлы ауыл биләмәһенә эләкте. Майҙан хужалары бик лайыҡлы һәм намыҫлы, компромистарһыҙ көрәште.

Өсөнсө урын өсөн кубокты Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе алып ҡайтты.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында эстафета ла бик күңелле үтте.

Энергия иң юғары нөктәһенә етте, ахыры, һауала төрлө шатлыҡ ауаздары, тамашасыларҙың спортсыларға дәртләндереү һүҙҙәре яңғырап торҙо. Мәрәкәгә лә, юморға ла урын табылды. Саңғысыларҙың ҡолауы, таяҡтарын һындырыуы, дөрөҫ боролмау, эстафетаны дөрөҫ тапшырмау кеүек хәлдәр ҙә булманы түгел. Ләкин спорт сәме, спорт кәйефе барыһынан да юғарыраҡ ине.

Эстафетаның алтын миҙалын Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре эләктерҙе – сослоҡ, етеҙлек менән алдырҙы күршеләр! Көшөм – Ҡыпсаҡ батырҙарында! Ырғыҙлылар һуңғы минуттарҙа ғына тигәндәй бронзаны йолҡоп алып өлгөрҙө.

Ҡыпсаҡ уҡсылары ҡыҙҙар араһындағы эстафетала еңеүсе булды. Көмөш – Ырғыҙлы командаһында. Иҫке Собханғол – өсөнсө урында.

Адреналинлы эстафета баталияһынан һуң еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, иҫтәлекле шаапкалар һәм статуэткалар тапшырылды.

Шәхси ярыштарҙа урын алыусылар Бөрйән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының грамоталары, миҙалдары һәм статуэткалары менән бүләкләнде.

Иң оло һәм иң кесе спортсылар ҙа билдәләнде. Үҙҙәренең дистанцияһын тамамлаған барлыҡ спортсыларға ла “Башҡортостан” Милли паркының сувенирлы пакеттар эләкте.

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәе һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Шәмиғолов ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡыҙыҡлы һәм сәмле ярыштар өсөн рәхмәт белдерҙе, яңы еңеүҙәр теләне. Ул шулай уҡ ойоштороусыларға – ярыштарҙы тотош сәләмәтлек, яҡшы кәйеф һәм рух күтәренкелеге байрамына әйләндерә алған Ырғыҙлы ауыл хакимиәте вәкилдәренең хеҙмәтен дә йылы һүҙҙәр менән телгә алды.

Ҡыҫҡаһы, саф һауала күңел байрамы, тәндәренә ял, эштәренә дәрт, яңы кисерештәр алып таралды халыҡ. Тимәк, сара үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ. Шуныһы – иң мөһиме!


#Бурзянскийрайон
#АйыҡАуыл2024
#ТрезвоеСело2024
#Иргизлы
#ВсемирныйКурултайБашкир

Автор: Т.Сайфитдинова
Читайте нас