Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Декабрь 2024, 08:35

Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!

21 декабрь көнө Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" кубогының өсөнсө этабы үтте. Унда Бөрйән уҡсылары тағы ла үҙҙәренең иң-иңдәр рәтендә икәнен күрһәтте.

Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!

-Турнирға үҙ көсөн һынап ҡарарға 40-тан ашыу мәргән йыйылды. Ярыш олимпия системаһына ярашлы, 18 метрҙан булды. 20 серия аттыҡ, артабан ярым финалдар, финалдарҙа көс һынаштыҡ. Әлбиттә, һәр береһе үҙенең көсөн, сыҙамлығын һынап ҡарарға тырышты, ярыш бик көсөргәнешле һәм сәмле үтте.

Әйтеп үткәндә, ошондай осрашыуҙар, аралышыуҙар күңелдә йылы хистәр һәм тәьҫораттар ҡалдыра. Әммә нисек кенә булһа ла, ярыш булғас, һөҙөмтәһе лә була. Беҙ, бөрйәндәр, шөкөр, был юлы ла мах бирмәнек.

 "Ирәндек уҡсыһы" кубогының өсөнсө этабы еңеүселәре:

ҡатын - ҡыҙҙар араһында:

1-се урында - Ишкилдина Наилә (Бөрйән районы);
2-се урында - Нурутколова Илүзә (Бөрйән районы).

Өс этап һөҙөмтәһе буйынса "Ирәндек уҡсыһы" кубогына Ишморатова Әлиә лайыҡ булды (Бөрйән районы), – тип хәбәр итә Бөрйәндең мәргән уҡсыһы Наилә Ишкилдина.

Афарин, Бөрйән уҡсылары!

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Әлиә “Ирәндек уҡсыһы” кубогына эйә булған!
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас