-ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул физик әҙерлек программаһы. Уның маҡсаты – кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү булып тора.
Кисә, 14 октябрҙә, Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары һәм Мораҙым, Яуымбай филиалдары уҡыусылары ГТО нормативтарын үтәнеләр. 70-ләп уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Программала - йүгереү, тәпәш турниктан күтәрелеү, арҡаға ятып кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү (отжимание).
Һәр кем үҙенең ГТО сайтындағы шәхси кабинетына инеп, һөҙөмтәләрен ҡарай ала. Һөҙөмтәләргә ҡарап уҡыусыларға алтын, көмөш, баҡыр значоктар тапшырыласаҡ, - тип хәбәр итәләр Байназар урта мәктәбе төркөмөндә.