5-6 октябрҙә Межгорье ҡалаһында мини-футбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ярышта 2015-2016 йылғы малайҙар көс һынашты. Алты команда араһында уҙған көсөргәнешле ярышта Бөрйән районының "Юнинти-1" командаһы еңеү яуланы. Ә "Юнити-2" 4-се урынға сыҡты.
Шәп уйынсыларҙы ла билдәләгәндәр. "Иң яҡшы ҡапҡасы" - Ишморат Баязитов, "Иң яҡшы уйынсылар" - Ризван Ҡаһарманов менән Алмаз Ғүмәров.
Йәш спортсыларға һәм уларҙың тренеры Юлай Уразаевҡа - афарин! Киләсәктә лә күп еңеүҙәр насип булһын!