10 август - Физкультурниктар көнө
-Спортты бәләкәйҙән яраттым. Сөнки мин Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһымын. Һөнәр һайлағанда уҡытыусым Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡоновтың йоғонтоһо ҙур булды. Мин армияла саҡта ла, ҡасан ҡайтаң, һиңә эш урыны бар, тип көтөп, дәртләндереп торҙо. Балалар менән эшләү оҡшай. Үҙем дә улар менән бергә уйнайым, ярышам, күнекмәләр эшләйем, уларға үрнәк булырға тырышам, - ти йәш педагог.
Мәктәп йылдарында төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп, күп төрлө ярыштарҙа үҙен һынап ҡараған егет Башҡорт дәүләт универститетының Сибай институтында белем алып, Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәс, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта.
Эш башлауына 3 кенә йыл булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылары менән ҙур уңыштарға ирешкәндәр. Мәҫәлән, быйыл уның тәрбиәләнеүселәре Радмир Ҡасимов менән Гөлнәфис Усманова физик культура предметынан Гагарин олимпиадаһының республика этабында еңеп, кубокка эйә булғандар. Май айында Аҡъярҙа мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған “Президент ярыштары” Бөтә Рәсәй спорт ярыштарының төбәк этабында район намыҫын яҡлаған 6-сы класс уҡыусылары юғары күрһәткестәр менән ҡайтҡандар. Сибай ҡалаһында атырға өйрәтеү клубтары тәрбиәләнеүселәре араһында Урал аръяғы кубогына үткән ярышта көмөш миҙалға лайыҡ булғандар. Ә районда улар иң-иңдәр кимәлендә – йыл дауамында уҙған уҡыусылар спартакиадаһында еңеүсе булғандар.
-Рәсих Рәфис улы – үҙ эшен яратҡан, мәктәп эштәрендә, ауылда үткән спорт байрамдарында әүҙем ҡатнашҡан, уларҙы ойошторған, уҡыусылар араһында абруй яулаған пунктуаль йәш белгес. Балалар уны ярата. Нимәһе ҡыуаныслы – ул ауылдан ер алып, киләсәктә үҙебеҙҙә төпләнергә уйлай. Ауылым йәшәһен, тип тырышҡан йәштәрҙең береһе, - тине уның хаҡында Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.
-Мин физкультура дәресен бик яратам. Дәрес булған көндәрҙе байрамға барған кеүек көтөп алам. Сөнки беҙҙе үҙе йәш, үҙе көслө, үҙе ҡыйыу Рәсих Рәфис улы уҡыта. Ағайыбыҙ мәктәптә йәшәй, тиһәм дә хата булмаҫ. Дәрестәре шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә. Төштән һуң спорт түңәрәктәре, коньки, саңғы, баскетбол, атыш – барыһына ла ваҡытын тигеҙ итеп бүлә. Рәсих ағай республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған «Геройҙар уҙышы» ярышында ла ҡатнашты, беҙҙең райондыҡылар иң көслө ун команда иҫәбенә инде, - тип яҙғайны уның тураһында уҡыусыһы Сынтимер Зәйнуллин.
Һәр кешенең тормошонда спорт булырға тейеш, тип иҫәпләй Рәсих.
-Мөмкинлек булған һайын ниндәй ҙә булһа күнекмәләр эшләргә кәрәк. Спорт менән шөғөлләнеү сәләмәтлек, матурлыҡ, сифатлы йәшәү өсөн кәрәк. Балаларҙы ла ошоға өйрәтеү мөһим. Өйҙә телефондарҙа ултырғансы, майҙансыҡтарға сығып уйнап, иптәштәре менән аралашып, ваҡыттарын файҙалы уҙғарһалар, яҡшыраҡ бит, - ти физкультурник.
Артабан да тыуған мәктәбе, ауылы, районы намыҫын яҡлап, уҡыусыларына яҡшы остаз булып тырышып эшләргә яҙһын уға.
Белешмә
Республикабыҙҙа белем биреү учреждениеларында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса эш әүҙем алып барыла.
Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республикала 141 спорт төрө, шул иҫәптән 34 төп спорт төрө үҫешә. Физкультура-спорт йүнәлешендәге 133 йәмәғәт берекмәһе теркәлгән, шуларҙың 122-һе аккредитацияланған төбәк спорт федерациялары.
Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм физик әүҙемлекте үҫтереү физик үҫешкә генә түгел, үҫмерҙәрҙә лидерлыҡ сифаттарын, дисциплина һәм команда рухын формалаштырыуға ла ярҙам итә. Башҡортостан һәр баланың спорт менән шөғөлләнеү һәм юғары үрҙәргә ирешеү мөмкинлеге булһын өсөн инфраструктура һәм төрлө ярҙам программаларын үҫтереү өҫтөндә эшләүен дауам итә.