2020-2024 йылдарҙа фонд тарафынан 17 конкурс үткәрелеп, 745 социаль әһәмиәтле проект хуплау таба. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу.
Бөрйән районы инвалидтар ойошмаһының «ПараТур-2020» проекты тап ошо конкурста еңеп, грант алыуға ирешә лә инде. Проекттың маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе спорт аша йәмғиәттә социаль реабилитациялау һәм яраҡлаштырыу өсөн шарттар булдырыу. Ойошманың етәксеһе Ғәзиз Ишкинин:
- 2019 йылда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн Ағиҙел йылғаһы буйлап һалағыш ойоштороу проекты менән президент ярҙамы алғайныҡ. 2020 йылда беҙҙең “ПараТур-2020” проектын Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ тип таптылар. Проектҡа ярашлы, районда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында республика спорт ярыштары үтте. Маҡсат – инвалидтар араһында спорт ярыштары үткәреү генә түгел, ә уларға бер-береһе менән танышыу, аралашыу мөмкинлеге биреү. Шулай булды ла, килгән һәр кем саранан ҡәнәғәт ҡайтты.
Районда 600-гә яҡын инвалид бар. Грант алыуҙың файҙаһы, һис шикһеҙ, булды. Ойошма вәкилдәре әүҙемләште, спорт буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнашалар. Былтыр йәйәүле туризм техникаһы буйынса район инвалидтар ойошмаһы республика ярышында 2-се урын яуланы. 1-сө төркөм инвалиды Ф. Алмаев спорт-туристик йүнәлештәрҙә әүҙем ҡатнашты. Унан экскурсоводҡа уҡып, һалағыш буйынса үҙ эшен асып ебәрҙе. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ.