Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июль , 21:35

“Спорт - Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә!”

– Спорт майҙансығында шөғөлләнеү балаларҙы тәртипле, ҡыйыу, көслө, тәүәккәл һәм аҡыллы итеп тәрбиәләргә ярҙам итер тип ышанабыҙ: спортсмен-уҡыусыларыбыҙ спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән тыуған мәктәбен данлар, йәш үҫмер егеттәребеҙ армияға ҡәҙәр яҡшы әҙерлек үтер. Спорт – Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә. Шуға күрә был йүнәлештә бар көсөбөҙҙө һалып эшләргә, балаларҙы спорт һөйөүсән итеп үҫтерергә, илебеҙҙең лайыҡлы гражданы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти, Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.

“Спорт - Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә!”
“Спорт - Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә!”

Башҡортостанда халыҡты спортҡа һәм һау-сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыла.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һәм, ғөмүмән алғанда, Рәсәйҙә спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артты. Шул уҡ ваҡытта сәләмәтлектәрен даими күҙәтеп тороусы кешеләрҙе дәртләндереүсе программалар һәм ярҙам саралары бойомға ашырыла. Улар, һис шикһеҙ – Башҡортостандың киң күләмле спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән традицияларҙы хөрмәт итеүен күрһәтә. Был йылдар эсендә һәр кешенең физик культура менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булһын өсөн күп эш башҡарылды, шарттар булдырылды. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа физкультура һәм һөнәри спорт менән шөғөлләнергә теләгән һәр кем өсөн 13 меңдән артыҡ спорт объекты эшләй.

Шулай итеп, Башҡортостан Мәскәүҙән генә ҡалышып, спорт ҡоролмалары һаны буйынса 2-се урында тора. Былар – стадиондар, ябыҡ боҙ һарайҙары, физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары, фитнес-үҙәктәр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә физкультура-киңкүләм саралар үткәреү өсөн коммерция булмаған ойошмаларға гранттар бирелә. Киң форматта иң популяр спорт фестивалдәре үткәрелә. Улар араһында "1000 велосипедсы көнө” (быйыл ғына ла унда 26 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты) һәм донъя күләмендә танылған “Өфө халыҡ-ара марафоны" бар.

Спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән традицияларҙың тағын берәүһе – “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) проектын тергеҙеү. Әлеге проектҡа өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә әүҙем ҡушыла һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Мәҫәлән, күптән түгел Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының “Урал” спорт комлексында Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге, Иҫке Собханғол ауылының Күп функциялы үҙәге (МФЦ), “Таң” гәзите редакцияһы, МУП “Старосубхангуловский” вәкилдәре ГТО нормативтарын уңышлы тапшырҙылар. Бындай киң күләмле спорт саралары районда бихисап.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” проектын уңайлы һәм күңелле үткәреү - районда булдырылған спорт комплекстарында мөмкин булды. Башҡортостан Башлығы гранты фонды конкурсында еңеп сыҡҡан “Тыуған ауылға - спорт” проекты һәм “Асыҡ спорт” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған спорт комплекстары бөгөн республиканың 3 ауылында төҙөлдө. Шуларҙың береһе – уҙған йылдың көҙөндә Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендә.

– “Тыуған ауылға – спорт”, “Асыҡ спорт” проекттары район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауыл халҡын физкультура һәм спортҡа йәлеп итеүгә шарт булдырыуға йүнәлтелә. Был майҙансыҡтарҙа теләгән һәр кем спорт менән шөғөлләнә ала, – тип белдерҙе спорт майҙансығын асыу тантанаһында “Урал” волейбол командаһының элекке уйынсыһы Сергей Кирпичников.

Проектҡа ярашлы, мәктәп янында ике майҙансыҡ йыһазландырылған. Беренсеһендә ГТО нормаларын тапшырыу өсөн уңайлы күп функциялы спорт ҡоролмалары, ә икенсеһендә волейбол уйыны өсөн майҙан йәйелдерелгән.

Мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарға ГТО буйынса күнекмәләр эшләп күрһәтте, “Ҡыпсаҡ” һәм “Шүлгән” командалары волейбол уйнап ярышты. Рәсәй чемпионы Сергей Кирпичников уйынсыларға "Урал” волейбол командаһы егеттәре менән күнекмәләр күрһәтеп, туп менән дөрөҫ эшләргә өйрәтте. Уйында 25/23 иҫәбе менән “Ҡыпсаҡ” командаһы еңеп сыҡты.

– Спорт майҙансығында шөғөлләнеү балаларҙы тәртипле, ҡыйыу, көслө, тәүәккәл һәм аҡыллы итеп тәрбиәләргә ярҙам итер тип ышанабыҙ: спортсмен-уҡыусыларыбыҙ спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән тыуған мәктәбен данлар, йәш үҫмер егеттәребеҙ армияға ҡәҙәр яҡшы әҙерлек үтер. Спорт – Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә. Шуға күрә был йүнәлештә бар көсөбөҙҙө һалып эшләргә, балаларҙы спорт һөйөүсән итеп үҫтерергә, илебеҙҙең лайыҡлы гражданы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти, Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Бөрйән районында кес кенә балалар өсөн уйын майҙансыктарынан алып ҙур һәм масштаблы проекттарға ҡәҙәр ғәмәлгә ашырыла.

2019 йылда Брәтәк ауылында балалар спорт майҙансығы урынлаштырылды, 2022 йылда Әбделмәмбәт ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы (ППМИ) сиктәрендә универсаль спорт майҙансығы төҙөлдө, ағымдағы йылда Исламбай ауылында балалар спорт майҙансығы асылды, быйыл Әбделмәмбәт ауылы мәктәбендә “Тыуған ауылға – спорт” программаһы ғәмәлгә ашырыла бара.

Күреүебеҙсә, киләсәк быуын һәм, ғөмүмән алғанда, сәләмәтлектәре хаҡында даими ҡайғырыусылар һау-сәләмәт булһын өсөн республика тарафынан башланғыстар һәм уңайлы шарттар булдырып торола. Һуңғы йылдарҙа спорт менән даими шөғөлләнеүсе кешеләр һаны күп тапҡырҙар артты, был - Хөкүмәттең һәм шәхсән Радий Хәбировтың ҙур ҡаҙанышы!

Автор:Денис Таваев

Источник

 

“Спорт - Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә!”
“Спорт - Ватаныбыҙҙы яратырға өйрәтә!”
Автор:
Читайте нас: