Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Июль , 08:55

Рәсәй чемпионатында тәүгеләр иҫәбендә!

Мәскәүҙә үткән спорт көрәше грэпплинг буйынса Рәсәй чемпионатында Әбделмәмбәт ауылының “Ҡыпсаҡ” көрәш клубы тәрбиәләнеүселәре Башҡортостан йыйылма командаһы иҫәбенә 5 миҙал яулаған.

Рәсәй чемпионатында тәүгеләр иҫәбендә!
Рәсәй чемпионатында тәүгеләр иҫәбендә!

Регина Сәйфетдинова чемпионка булған. Диана Мәхмүтова менән Илһөйәр Сәйфетдиновалар икешәр көмөш һәм бронза миҙалдар менән бүләкләнгәндәр.

-Ҡыҙҙарҙың еңеүенә өлөш индергәндәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ. Улар – тренер Нур Усманов, уның ярҙамсыһы Ринат Сәйфетдинов, команданың һәм клубтың төп бағыусыһы – Руслан Яманғолов.
Әлбиттә, Рәсәй кимәлендә еңеүҙәр яулап йөрөгән көрәшселәргә шөғөлләнергә тейешле спорт залы ла булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, - тип хәбәр итәләр Живи спортом, Кипчак!!! Төркөмөндә.
Алға, Ҡыпсаҡ!!!!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: