Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май , 10:25

Хәсәновтар 1-се урын яулаған!

 Учалы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған “Ҙур ғаилә – 2024” тип аталған ғаилә старттарының зона этабы үтте. Унда беҙҙең район һәм ғаилә үҙәге намыҫын Хәсәновтар лайыҡлы яҡланы.

Хәсәновтар 1-се урын яулаған!
Хәсәновтар 1-се урын яулаған!

Командаларға ҡатмарлы ғына конкурстар ойошторолдо. Улар үҙҙәренең спорт таҫыллығын һәм берҙәм эштәрен күрһәтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең команда 1-се урын яуланы.

Көньяҡ зона командалары араһында беренсе урын яулаған Хәсәновтарҙы ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар насип булһын!

Хәсәновтар 1-се урын яулаған!
Хәсәновтар 1-се урын яулаған!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: