Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель , 09:10

Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар

19 апрель көнө Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә район кимәлендә Ғазин Йәҙгәр Нәҙир улы иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үтте. Был ярыш быйыл 9-сы йыл рәттән  үткәрелә.    Йәҙгәр Нәҙир улы хаҡында уның туғандары бына ни һөйләй: –Бала саҡтан көрәш менән шөғөлләнде. Физкультура уҡытыусы һөнәренә уҡып алғас, көрәш буйынса тренер булып эшләй башлағас та балаларҙы тәрбиәләүгә, милли көрәште үҫтереүгә бөтә көсөн һалды. Үҙенең балаларына яҡшы атай булды (ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын). Уның 1 улы 2 ҡыҙы бар. Улы Айҙар ҙа көрәшсе. Ул республика кимәлдә үткән милли көрәш буйынса бронза призёр.

Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар

  Әйткәндәй уның уҡыусылары Газин Илшат,Газин Юнир, Салаватов Ильнар ағайҙар милли көрәш буйынса спорт мастерҙары. Бөгөн дә Газин Ильшат абсолют чемпион исемен алды. Уларға тиңдәр юҡ.

  Йәҙгәр Нәҙир улының рухы ҡыуанып ҡайтҡандыр моғайын. Уның туғандары мәктәп директоры Нурзиля Сәғит ҡыҙына ,тренерҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

  Ярыш барышында турнирҙа ҡатнашыусыларҙа бер ике һүҙ һөйләп үттеләр: Әбйәлил районы Дәүләт ауылы командаһы тренеры Өлфәт Шугуров: " Беҙ Әбйәлилдән ярышҡа 10 бала алып килдек, мин үҙем 5 йыл тренер булып эшләйем, балларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләйем. Беҙҙең көрәшселәр республиканан ситкә сығып, үҙҙәрен күрһәтеп урындар яулайҙар.

Илшат Газинға һәм уның туғандарына, шулай уҡ Флюр Дәүләтшинға  рәхмәттәремде еткергем килә, беҙҙе ошо ярышҡа сағырыуҙарына, киләсәктәлә ошондай ярыштар уҙғарылып торһон"

   Ренал Ямгурсин: "Минең уйлауымса, көрәшсе егет иң беренсе тырыш, ҡурҡыу белмәгән, үҙенә ышанаслы егет булырға тейештер. Минең бәләкәйҙән спортҡа һөйөү ҙур булғанға бәләкәй саҡтан алып көрәш менән шөғөлләнәм, әлеге көндә районда ғына түгел көрәш буйынса республика кимәлендә үҙебеҙҙең районыбыҙҙың данын яҡлап ҙур еңеүҙәр яуларға өлгәшәбеҙ, бөгөнгө Йәҙгәр Нәҙир улы иҫтәлегенә арналған ярышта 3-сө йыл рәттән абсолют чемпион исемен алыуыма бик шатмын. Беҙҙе ярыштарға әҙерләгән тренерыбыҙ Артур Ямгурсинға ҙур рәхмәтемде еткергем килә, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!"

   Быйыл ярышта Байназар, Иҫке Собханғол, Әтек, Әбйәлил районы Дәүләт ауылынан командалар ҡатнашты.

 Ярыш бигерәк ныҡ көслө барҙы, хатта мәктәп уҡыусылары тәнәфес ваҡытында спорт залына килеп үҙҙәренең ағай-ҡустылары, класташтары өсөн янып торҙолар, ә көрәшселәр һәр береһе үҙ категорияһында көрәшеп  урындар яуларға ирештеләр.

Бына улар: 30 кг ауырлыҡтар араһында: 1-се урынды Азат Ямгурсин яуланы, 2-се Мансур Ҡарағолов алды, ә 3-сө урын Искәндәр Хазанов. 35 кг араһында:ҡ Мухамет Нуров 1-се, Рәзил Альтянов 2-се, Ильяс Хәмитов 3-сө урын алды. 40 кг араһында: 1-се урын Альберт Луҡманов, 2-се урын Айнур Хәмитов, 3-сө урын Филүс Хәмитовҡа булды. 45 кг ауырлыҡта 2011-2013 йылғылар араһында: 1-се Инсаф Мансуров, 2-се Йәнгир Иҙрисов, 3-сө урынға Айназ Шарафутдинов сыҡты. 45 кг ауырлыҡта 2008-2010 йылғылар араһында: 1-се урынды Арсен Дауытов яуланы, 2-се урынға Ильшат Мансуров лайыҡ булды,  3-сө урынға Кирилл Брандт сыҡты. 50кг араһында: 1-се Ринат Гибадатов, 2-се урын Ильяс Мансуров, 3-сө Юламан Файзуллин. 55кг араһында: 1-се урын Батыр Фаизов, 2-се урын Расим Ямгурсин, 3-се Уйылдан. 65 кг араһында: Данис Хәкимов 1-се урын, Йәҙгәр Иҙрисов 2-се урын, Илгиз Ямгурсин 3-сө урын. 70 кг араһында: 1-се урынды Ренал Ямгурсин яуланы, 2-се урынды Фидан Дауытов алды, ә 3-сө урынға Нургиз Алғазин сыҡты. 70 кг юғары категория: 1-се урын Арслан Йәнбирҙин, 2-се урын Ибраһим Магомедов, 3-сө урын Динар Һағынбаев. Шулай уҡ 18 йәштән өлгәндәр, 65 кг араһында: 1-се Рәмис Байназаров, 2-се Рушан Алтыншин, 3-сө Винир Яҡупов. 75 кг араһында: Динар Алибаков 1-се урын, Илһам Салихов 2-се урын, Айҙар Нургалин 3-сө урын. 75 кг юғары категориялар араһында: 1-се урынды Илшат Ғазин яуланы, 2-се урынды Өлфәт Шугуров алды, 3-сө урын Фәрит алды.

  Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Ғраһында абсолют чемпион исемен Ренал Ямғурсин яуланы, ә өлкән йәштәр араһында Илшат Газин абсолют чемпион булды.

В. Әйүпова.

Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Ир-егеттәр Йәҙгәр Ғазин иҫтәлегенә көрәштә бил һынаштылар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: