Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Апрель , 14:20

Йәш спортсыларға уңыштар!

30 мартта Өфө ҡалаһында спорт көрәше грэпплинг буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың һаны буйынса рекорд ҡуйылды – республиканың 32 спорт клубынан 600-ҙән артыҡ спортсы ҡатнашты.

Йәш спортсыларға уңыштар!
Йәш спортсыларға уңыштар!

 “Ҡыпсаҡ” көрәш клубы тәрбиәләнеүселәре лә был ярышта ҡатнашып, бик сәмле көрәштә үҙ категорияларында алтын, көмөш һәм бронза наградалар яуланы.

Диана Мәхмүтова (ике алтын), Илһөйәр Сәйфетдинова (ике алтын), Регина Сәйфетдинова (ике көмөш), Айсар Усманов (алтын һәм бронза), Ильяс Шәмиғолов (көмөш) (тренерҙары Нур Усманов) Волга яны федераль округы беренселегенә һәм Рәсәй Федерацияһы беренселегенә һайлап алынды.

Бөрйәндең йәш спортсыларын ҡотлайбыҙ һәм алда ла ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!

Көрәш клубы спонсорҙары Р. Яманғолов менән “Ҡыпсаҡ” көрәш клубына ҙур рәхмәт белдерә.

(Мәғлүмәттәр һәм фото  Администрация Бурзянского района  төркөмөнән).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: