Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март , 11:45

Беҙҙең ҡыҙҙар полиатлонда 3-сө урын яулап ҡайтты!

26 мартта Өфө районында троеборье спорт дисциплинаһында саңғыла уҙышыу менән бергә полиатлон буйынса асыҡ беренселек үтте. Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы был ҡыҙыҡлы спорт төрөндә – полиатлон ярышында тәүге тапҡыр ҡатнашты. Был ярыш нимәнән ғибарәт һуң?

Беҙҙең ҡыҙҙар полиатлонда 3-сө урын яулап ҡайтты!
Беҙҙең ҡыҙҙар полиатлонда 3-сө урын яулап ҡайтты!

 Башта тейешле дистанцияны саңғыла елеп үтергә, мәргән атырға һәм көс һынауы башҡарырға кәрәк.

Ярыштарҙа Пермь өлкәһенән, Күмертау, Туймазы, Өфө ҡалаларынан командалар ҡатнашты.

Спорттың бындай төрөндә тәүге тапҡыр ғына ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙең спортсылар командаһы 3-сө урын яуланы. Шәхси беренселектә Алтынай Ҡасимова һәм Лилиә Ҡарамышева бронза призерҙары булды, Айсулпан Шәмиғолова менән Лиана һәм Диана Мәхмүтовалар көмөш миҙал яуланы.

Үҙебеҙҙең команданы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар артынан уңыштар яулап тороуҙарын теләйбеҙ!

(Администрация Бурзянского района төркөмө мәғлүмәте һәм фотоһы файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: