Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март , 08:45

Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!

Өс саңғысы бүләккә саңғы комплекттары алып ҡыуандылар. Ҡыпсаҡтар саңғы миҙгелен япты.

Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!

-20 март көнө Әбделмәмбәт мәктәбендә саңғы миҙгелен ябыу байрамы үтте. Унда имгәкләп, шыуышып йөрөй алғандан алып таяҡҡа таянған әбей-бабайҙарға тиклем бөтәһе 60-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Иң өлкән ҡатнашыусыға – 75 йәш булһа, иң бәләкәйенә - 7 йәш ине. Төрлө йәш категорияларына бүленгән спортсылар төрлө дистанцияға йүгергәндә саңғысыларға яҙғы шаян ел үҙе көнләште, көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡыштарынан Үҙән йылғаһының ҡалын боҙҙары ваҡытынан алда күтәрелеп аға яҙып ҡуйҙы. Тырыштар, сәмлеләр еңеп төрлө грамота-миҙалдар алып ҡыуанһа, еңә алмағандар, киләһе йыл мотлаҡ еңәсәкмен тип үҙ-үҙен ҡеүәтләне.
Һәм тағы ла яҡшы традиция булып, бушлай саңғы инвентарын уйнатыу тора. Бына инде өс саңғысы бүләккә саңғы комплекттары алып ҡыуандылар.
Спонсорҙарыбыҙ: Көҫәпҡолов Зөфәр ағайға, ҠЫПСАҠ БФ, райондың порт омитетына, беҙҙең коллективҡа, ирекмәндәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Берҙәмлектә - көс!
Саңғы спортын популярлаштырыуға, әүҙем тормошҡа мөмкин тиклем күберәк кеше йәлеп итеүгә ҡоролған был сара үҙ маҡсатына иреште. Хәрәкәттә - бәрәкәт тигән мәҡәлде саңғысылар тағы берҙе раҫланы, - тип хәбәр итәләр
Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ)  төркөмөндә.

(Фотолар үрҙә күрһәтелгән төркөмдән алынды).

Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Иң өлкән саңғысыға 75 йәш!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: