Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март , 10:20

Диана стипендиат булған!

Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы, спортсы Диана Роберт ҡыҙы Мәхмүтова грэпплинг буйынса Рәсәй беренселегендә күрһәткән һөҙөмтәһе өсөн спорт министрлығы стипендиаттары исемлегенә индерелгән! Афарин, Диана!

Диана стипендиат булған!
Диана стипендиат булған!

-Спорт министрлығы тарафынан ҡыуаныслы хәбәр килде. Мәхмүтова Диана грэпплинг буйынса Рәсәй беренселегендә күрһәткән һөҙөмтәһе өсөн спорт министрлығы стипендиаттары исемлегенә индерелгән. Был стипендия ҙур ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткән спортсыларға ғына бирелә. Диана - грэпплинг буйынса Рәсәй беренселеге призеры(Суздаль) , Бөтә Рәсәй турниры призеры (Рязань), Грэпплинг һәм Джиу-джитсу буйынса Башҡортостан чемпионкаһы тигән дәрәжәләргә иреште, - тип ҡыуанып хәбәр итәләр Борцовский клуб "ҠЫПСАҠ"    төркөмөндә.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: