Районда үткәрелгән иң ҙур, сағыу, ойоштороу яғынан юғары кимәлдәге күңелле ярыштарҙың береһе булды ул.
Ауылыбыҙҙа йыл һайын уҙғарылған был сараны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала – ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы шуны раҫлай. Сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңнеәхмәт улы Манапов һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры урынбаҫары Рөстәм Ирек улы Шәрәфутдинов сәләмләп, уңыштар теләнеләр. Артабан ярыштың төп судьяһы Зиннур Ғүмәр улы төп ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Ярышта ҡатнашыусыларҙың һаны алдағы йылдарға ҡарағанда күпкә юғары булды. Шулай булмай һуң, саңғы юлына баҫырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышҡандарҙың барыһы ла килгәйне! Мәләүез, Белорет яҡтарынан, Мөсәт, Иҫке Собханғол, Ырғыҙлы, Килдеғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарынан да саңғысылар килде.
Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, саңғысылар араһында 3, 4, 5, 6-сы тиҫтәһен ваҡлаусы өлкәндәр ҙә, башланғыс класс уҡыусылары ла бар ине.
Еңеүселәргә миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Әбделмәмбәт мәктәбе башланғыс класс уҡыусылары араһында саңғы уйнатты. Был бәхеткә 3-сө класс уҡыусыһы Хансура Ғарифуллин лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Ярыш бик матур барҙы. Саңғысыларға йылы сәй табыны ойошторған мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәренә, шәхси эшҡыуарҙар Ғаффар Шәмиғолов, Әнисә Шәрипова, Илшат Хисаметдинов, Гөлнара Шәмиғолова, Рәвил Усмановтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ғөмүмән, был ысын спорт байрамы булды.
Г. Ҡасимова Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы.