Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль , 09:05

Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!

Үткән шәмбелә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында уҡ атыу буйынса асыҡ турнир үтте. Унда Башҡортостандың бер нисә районынан һәм ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән уғатарҙар ҡатнашҡан. Беҙҙең ҡыҙҙар оҫталыҡтары менән күптәрҙе һоҡландырған.

Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!

Бөрйән уғатарҙары был турнирҙа ла үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрҙө.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында пьедесталдың барлыҡ баҫҡыстарын да бөрйәндәр яуланы:

Әлиә Ишморатова – 1-се;

Наилә Ишкилдина – 2-се;

Илүзә Нурутҡулова – 3-сө!

Ир-егеттәр араһында Дим Юлбирҙин өсөнсө урынға сыҡты.

Бөрйән уғатарҙарын сираттағы лайыҡлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ һәм алда ла уңыштар теләйбеҙ!

Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Беҙҙең ҡыҙҙар иң шәбе!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: